

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 3 ғинуарҙа, 21.00 сәғәттә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 67 – 205 километрында автобустарға, маршрут таксиҙарына, йөк автомобилдәренә хәрәкәт итеү тыйылды. Был һауа торошоноң боҙолоуына бәйле – ҡар, буран, ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.
Был сикләү ваҡыты 4 ғинуарға – 09.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Һауа торошо насар булғанда, сикләүҙәр артабан оҙайтылыуы ла ихтимал.
– Башҡортостандың дәүләт автотранспорт инспекцияһы иғтибарлы булыуҙы, тиҙлек режимын үтәүҙе һәм яҡшы һауа шарттары башланғансы алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороуығыҙҙы һорай, – тип мөрәжәғәт итте водителдәргә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.
Әйткәндәй, бөгөн Өфө – Белорет юлында (Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондары участкаларында) өс кеше автомобиль аварияларында һәләк булды.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уйламаған аҙымдар эшләмәгеҙ!
Фото: : @mchsrb