Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Белорет районындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл транспорты ваҡиғаһы кискә табан, сәғәт 5-селә, Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 170-се саҡрымында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Тойота Рав 4” һәм “Mерседес Aктрос” йөк автомобиле бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге 47 йәшлек водитель һәм уның 43 йәшлек ҡатыны һәләк булған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Әйткәндәй, бөгөн был фажиғәле тамамланған икенсе авария. Көндөҙ Ҡырмыҫҡалы районында булған аварияла бер кеше һәләк булғайны.
Ял һәм байрамдың ошондай тамамланыуы бик аяныслы. Һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙең һәм пассажирҙарығыҙҙың ғүмере һеҙҙең ҡулда, шуға ла ҡабаланмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: @bash_gibdd.