Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар 2023, 14:45

Бындай бәрелештән һуң тере ҡалыу мөмкин түгелдер...

Фажиғә Ҡырмыҫҡалы районында булған

Бындай бәрелештән һуң тере ҡалыу мөмкин түгелдер...
Бындай бәрелештән һуң тере ҡалыу мөмкин түгелдер...

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында фажиғәле авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө – Инйәр - Белорет автомобиль юлының 29-сы километрында булған.

 Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Chevrolet Niva”, “Скания” йөк машинаһы һәм “Рено Флюенс” бәрелешкән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә Ниваның 48 йәшлек водителе һәләк булған. Ваҡиға урынында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Республиканың ЮХХДИ идарлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙағы сикләүҙәр алынған, әммә урыны менән әле лә буран ҡотора, буран, ҡар һырынтылары күҙәтелә. Шуға ла юлда тыныс тип тынысланырға әле иртә.

Фото: @bash_gibdd.

Бындай бәрелештән һуң тере ҡалыу мөмкин түгелдер...
Бындай бәрелештән һуң тере ҡалыу мөмкин түгелдер...
Бындай бәрелештән һуң тере ҡалыу мөмкин түгелдер...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: