Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар 2023, 12:51

Үҙеңде алдарға юл ҡуйма

Тәртип һаҡсылары иҫкәртә

Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәйем тиһәң, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ, ти полиция хеҙмәткәрҙәре. Был ҡағиҙәләр ябай ғына:

l сит-ят кешеләргә үҙегеҙҙең банк картаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, шәхси идентификация һандарын әйтмәгеҙ;

l пин-кодты карта эргәһендә һаҡламағыҙ, бигерәк тә уны картаға яҙып ҡуймағыҙ;

l банк картаһын үҙегеҙ генә ҡулланығыҙ, сит кешеләргә тоттормағыҙ;

l хәүефһеҙ урындарҙа урынлашҡан, видеокүҙәтеү системаһы һәм һаҡ менән тәьмин ителгән банкоматтарҙан ғына файҙаланығыҙ;

l шәхси мәғлүмәттәрҙе һорап СМС-хәбәр килһә, уны рәсми сығанаҡҡа ғына ебәрегеҙ;

l һеҙгә таныш булмаған телефондан шылтыратһалар һәм уға яуап биреп өлгөрмәһәгеҙ, бер ҡасан да ҡайтанан үҙегеҙ шылтыратмағыҙ, СМС-хәбәр ебәрмәгеҙ;

l туғанығыҙҙың бәләгә тарыуы тураһында СМС-хәбәр алһағыҙ, таныш булмаған кешегә бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ, башта туғанығыҙға шылтыратығыҙ йәки таныштар аша уның менән бәйләнешкә инергә тырышығыҙ.

Һеҙгә йәки яҡындарығыҙға ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр ҡылынһа, кисекмәҫтән яҡындағы полиция бүлегенең дежур часына йәки 102  телефоны (мобиль телефондан 020) буйынса шылтыратығыҙ.

Тәртип һаҡсылары граждандарҙы уяу булырға саҡыра һәм ошо мәғлүмәтте өлкән йәштәге туғандарына ла еткереүҙе үтенә.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас: