Әле тауарҙың хаҡын төшөрөп һатыу миҙгеле бара. Мутлашыусылар, ошо хәлдән файҙаланып, алдауҙың яңынан-яңы алымдарын уйлап таба. Telegram каналында еңел генә итеп ҙур магазиндың ялған порталын эшләгән махсус боттар бар. Шул уҡ ваҡытта ялған “маркетплейс” ысынына бик оҡшаш. Белгестәр әйтеүенсә, күптән түгел WildBerris һәм Ozon сайттарының клондары барлыҡҡа килгән, зыян күргәндәрҙән ялыуҙар ҙа бар.
Һаҡ булығыҙ, фейк
“Алдаҡсылар махсус Telegram-ботта тәғәйен параметрҙар буйынса фишинг сәхифәһен аса. Бының өсөн техник тәжрибә лә кәрәкмәй. Бер ҡатлы кешеләрҙе унда СМС-хәбәр ярҙамында йәлеп итәләр”, – ти Digital Risk Protection департаментындағы Group-IB төп аналитигы Евгений Егоров.
Уның әйтеүенсә, мутлашыусылар аудиторияны социаль селтәрҙәге һәм Telegram каналындағы постар, видеояҙмалар аҫтындағы комментарийҙар менән йәлеп итәләр. Заказ бирәм тип, кеше ялған сайтҡа үҙенең банк картаһы реквизиттарын яҙа. Бер киберһөжүмдә алдаҡсыларҙың 150 мең һумға тиклем аҡса урлау осраҡтары бар.
“Алдашыу сценарийының төрлө булыуы ихтимал: хаҡы түләнгән тауар өсөн аҡса урлау, банк картаһы мәғлүмәттәрен урлау һәм башҡалар”, – ти белгес.
“Касперский лабораторияһы”нда ла киң билдәле онлайн-магазиндар исеменән эшләгән ялған сәхифәләр теркәлгән. Был сайттарға халыҡты ҙур ташламалар, үҙенсәлекле акциялар менән йәлеп итергә маташалар. Мәҫәлән, селтәрҙә Ozon маркетплейсының “игеҙәге” эшләй. Алдаҡсылар магазиндың төп сәхифәһенең дизайнын тулыһынса күсереп алған. Унда компанияның премиаль клиенттары өсөн генә тауарҙың хаҡын төшөрөп һатыуҙары, ташламаларҙың 90 процентҡа етеүе тураһында белдерәләр. Ялған маркетплейстың ысынынан төп айырмаһы – сәхифәнең адресы төп нөсхәнекенә тура килмәй. Ozon вәкилдәре әйтеүенсә, компанияла алдаҡсы ресурстарҙы күҙәтеү, элемтә операторҙары һәм домен хужалары аша уларҙы блокировкалау алымы яйға һалынған.
“Приз” секторы
Йәнә бер алдашыу алымы маркетплейстарҙан бүләктәр оттороу тураһындағы “әкиәткә” нигеҙләнә. Күптән түгел генә алдаҡсылар WildBerris исеменән күптәрҙең 1250 доллар отоуы тураһында хәбәр итте. Ошондай хәбәрҙе алған кеше һылтанмаға баҫыу менән, йәнәһе, техник ярҙам хеҙмәткәренең чаты асылып китә, ул “еңеүсегә” бүләкте ебәреү өсөн банк картаһы мәғлүмәттәрен һорай. Артабан алдаҡсылар уның иҫәбендәге аҡсаны үҙләштерә. WildBerris маркетплейсының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ошоға бәйле барлыҡ мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла.
Әйткәндәй, яңы алдау алымынан зыян күргәндәр ҙә бар. Интернет форумдарҙың береһендә ҡатнашҡан Анастасия исемле ҡатын әйтеүенсә, ул СМС-хәбәрҙә күрһәтелгән һылтанмаға баҫып, WildBerris маркетплейсына бик оҡшаған порталға барып сыҡҡан. Унда Анастасияның бер мең долларҙан ашыу аҡса отоуы тураһында белдергәндәр. “Онлайн-чатта яҡынса 60 кеше теркәлгәйне. Уларҙың барыһы ла бүләк отоуға шатлана, бөтәһе лә ғәҙел, алдамайҙар, тип ышандыра. Ләкин был отошто алыу өсөн банк картаһы реквизиттарын ебәрергә, банктан килгән паролде әйтергә кәрәк. Ошо мәғлүмәтте алғас та, иҫәптәге бөтә аҡсам юҡҡа сыҡты”, – тип зарлана Настя.
Уның әйтеүенсә, сайт бер ҙә ялған сәхифәгә оҡшамаған. Шул уҡ ваҡытта, алдаҡсылар бындай ресурсты эшләгәндә, уның төп нөсхәһен тулыһынса күсереп алмай, бер йәки унан күберәк фишинг сәхифә аса. Ялған сайтҡа ингән кеше уның башҡа бүлектәренә күсергә маташып ҡарай, әммә экранда һәр саҡ “Был сәхифәлә тауар хаҡын төшөрөп һатыу ябыҡ шарттарҙа бара. Башҡа бүлектәргә инеп булмай” тигән һүҙҙәр яҙыла. Ошо рәүешле алдаҡсылар кешеләрҙе башҡа бүлектәргә инмәҫкә мәжбүр итә. Асылда иһә был бүлектәр бөтөнләй эшләмәй, улар юҡ”, – ти белгестәр.
Ритейлға һөжүм йылдың дүртенсе кварталында айырыуса күбәйә. Ошо өлкәләге йыл буйы теркәлгән ваҡиғаларҙың өстән бер өлөшө тап ошо айҙарға тура килә, тип билдәләй Positive Technologis тикшеренеү төркөмө аналитигы Екатерина Семыкина. Уның белдереүенсә, быйыл өсөнсө кварталдағы тынлыҡтан һуң сауҙаға һөжүм һаны икеләтә тиерлек артҡан.
Хәүефһеҙлек буйынса белгестәр шәхси, шул иҫәптән түләүгә ҡағылған мәғлүмәттәрегеҙҙе яҙыр алдынан ресурсты ныҡлы тикшерергә кәңәш итә. Адрес күрһәтелгән юлда сайттың атамаһына иғтибар итергә, порталда хаталар булмауҙы тикшерергә кәрәк. Бынан тыш, хаттарҙың, хәбәрҙәрҙең, мессенджерҙағы һәм социаль селтәрҙәге шикле һылтанмаларға баҫырға ярамай.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА