Донъяның технологик үҫеше кеүек үк, енәйәтсел тормош та бер урында туҡтап тормай. Прогресс йәшәйешебеҙгә көнкүреште еңеләйткән бик күп ҡулайламалар, шул иҫәптән кеҫә телефондарын, банк карталарын, интернетты алып килде. Әммә ошоноң менән бер рәттән енәйәтселәр ҙә, заманса техниканы файҙаланып, алдашыуҙың, сит кешенең мөлкәтен, аҡсаһын үҙләштереүҙең яңы алымдарын уйлап таба.
Кеҫә телефоны ярҙамында...
Алдаҡсы, телефондан осраҡлы номерға шылтыратып, үҙен туғанығыҙ йәки танышығыҙ тип таныта һәм енәйәт ҡылған йәки тәртип боҙған (ҡағиҙә булараҡ, юл фажиғәһе, рөхсәтһеҙ ҡорал йәки наркотик һаҡлаған, башҡа кешене имгәткән) өсөн тәртип һаҡсылары тарафынан ҡулға алыныуы тураһында белдерә. Шулай уҡ “мәсьәләне” хәл итеү мөмкинлеге булыуы тураһында ла әйтә: аҡсаны тәғәйен кешегә тапшырырға йә булмаһа иҫәпкә (абонент номерына) күсерергә ҡуша.
Бер аҙ ваҡыт үтеү менән граждан туғанының иҫән-имен булыуы, бер ниндәй ҙә сетерекле хәлгә тарымауы хаҡында белеп ҡала. Тик был ваҡытта аҡса енәйәтсе ҡулына төшкән була.
СМС-үтенес
Абонент кеҫә телефонына: “Ҡыйын хәл килеп тыуҙы, шундай-шундай номер буйынса шылтырат, ул һүнгән булһа, тәғәйен күләмдә аҡса һал. Барыһын да һуңыраҡ аңлатырмын”, – тигән СМС-хәбәр ала. Унда күрһәтелгән телефон номеры, әлбиттә, яуап бирмәй. Ҡото алынған граждан яҡын кешеһен ҡотҡарыу өсөн алдаҡсыларҙың иҫәбенә аҡса күсерә.
Түләүле код
Мобиль элемтә операторының техник ярҙам хеҙмәтенән шылтыратып, өр-яңы эксклюзив хеҙмәт йәки техник етешһеҙлектәр арҡаһында элемтә өҙөлмәһен, уның сифатын яҡшыртыу өсөн абонентҡа ҡайтанан теркәлергә тәҡдим итәләр. Бының өсөн абонентҡа әйтелгән махсус кодты йыйырға ҡушалар. Ә был код, асылда, абоненттың иҫәбендәге аҡсаны алдаҡсыларҙың иҫәбенә күсереү комбинацияһын тәшкил итә.
Операторҙың штраф санкциялары
Алдаҡсы үҙен мобиль элемтә операторының техник ярҙам хеҙмәткәре булып таныта һәм абоненттың, операторға хәбәр итмәйенсә, тариф планын үҙаллы үҙгәртеүе (хаҡты ваҡытында индермәгән, иҫкәртмәйенсә роуминг хеҙмәтенән файҙаланған) һәм шуның өсөн экспресс-түләү карталарын һатып алып, билдәле бер күләмдә штраф түләү кәрәклеге тураһында әйтә һәм уларҙың кодтарын хәбәр итеүҙе һорай.
Аҡсаны “яңылыш” күсереү
Абонентҡа “Мобиль күсереү” сервисы ярҙамында уның иҫәбенә аҡса күсеүе тураһында СМС-хәбәр килә. Уның артынса телефон аша шылтыратып, иҫәпкә аҡсаның яңылыш күсерелеүен белдерәләр һәм уны шул уҡ мобиль ҡушымта аша кире ҡайтарыуҙы үтенәләр. Абонент аҡсаны хужаһына кире ебәрә, шунда уҡ иҫәбенән алдараҡ күсерелгән аҡсаның да алыныуын асыҡлай.
Юғары тарификация тураһында йәшерен мәғлүмәт
Гражданға үҙен ҡыҙыҡһындырған абоненттың СМС-хәбәрҙәренең йөкмәткеһе һәм шылтыратыуҙар исемлеге менән танышырға тәҡдим итәләр. Бының өсөн күрһәтелгән ҡыҫҡа номерға хаҡы 10 – 30 һумлыҡ СМС ебәрергә һәм теркәлгән формаға абоненттың телефон номерын яҙырға кәрәк. СМС-ты ебәреү менән граждандың иҫәбенән 10 – 30 һум ғына түгел, ә байтаҡҡа күберәк аҡса алына, ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт иһә бөтөнләй килмәй.
Банк картаһынан аҡса урлау
Абоненттың кеҫә телефонына банк картаһын блокировкалау тураһында хәбәр килә. Уға ошоға ҡағылышлы ентекле мәғлүмәт алыу өсөн тәғәйен номерға шылтыратырға тәҡдим итәләр. Абонент СМС-та күрһәтелгән номерға шылтыратҡас, картаны хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы серверҙың эшендә өҙөклөк булыуы тураһында әйтәләр һәм картаны теркәү өсөн номеры менән пин-кодын һорайҙар. Пластик картаның реквизиттарын алғас та, енәйәтселәр абоненттың иҫәбендәге аҡсаны үҙҙәренә күсерә.
Бүләк оттороу
Алдаҡсылар абоненттың кеҫә телефонына шылтыратып, үҙен радиостанция алып барыусыһы итеп таныта һәм радиостанция тарафынан ойошторолған лотереяла ҙур отош (телефон, ноутбук, автомобиль) менән ҡотлай, әммә призды алыу өсөн бер шарт бар – билдәле бер иҫәпкә (абонент номерына) аҡса күсерергә кәрәк.
Күрәҙәлек итеү һәм боҙомдо ҡайтарыу
Сиған милләтендәге мигранттар бындай енәйәттәрҙең күпселеген халыҡ күп йыйылған урындарҙа, шулай уҡ торлаҡ секторында ҡыла.
Кешенең “күҙен бәйләгәндә” улар энә, еп, тауыҡ йомортҡаһы кеүек әйберҙәрҙе ҡуллана. Йәнәһе, кешелә боҙом булғанда был әйберҙәр ҡарая, көлгә әйләнә йәки юҡҡа сыға. Быны күреп ҡото осҡан кеше сихырҙы ҡайтартыу өсөн алдаҡсыларға бөтә аҡсаһын, затлы әйберҙәрен сығарып бирә.
Үҙҙәрен хәйриә ойошмаһы хеҙмәткәре тип тә таныталар
Ҡайһы саҡта алдаҡсылар үҙҙәрен социаль яҡлау органдары, хәйриә ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре итеп таныта. Бындай мутлыҡтар, ҡағиҙә булараҡ, кешенең торлағына инеү менән бәйле.
Енәйәтселәр, ғәҙәттә, берәү йәки икәү була. Улар пенсионерҙарҙың, һуғыш ветерандарының өйөнә килә һәм пособие йәки социаль түләү тәғәйенләүгә, льготалы юл йөрөү билеттарына, байрам йыйылмаларына, арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек һатып алыуға документтар тултырған булып ҡылана. Ошо ғәмәлдәре өсөн өлкәндәрҙән аҡса ала ла юҡҡа сыға.
Аҡсаны әйләнешкә күптән түгел генә ингән яңы өлгөләге купюраларға алмаштырыуға ҡағылған алдау осраҡтары байтаҡ. Енәйәтселәр ысын аҡсаны полиэтилен пакетҡа төрә лә кеше менән аралашҡан арала уны гәзит йәки ҡағыҙ һалынған пакетҡа алмаштыра. Бындай мутлашыусылар ҡайһы саҡта ҡорбанына ҡарата психологик контроль алымын, йәғни гипноз ҡуллана.
Сит кешенең торлағын үҙләштереү
Бындай проблема уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, граждандар тарафынан торлаҡты хосусилаштырыу башланғас, үҫеш ала. Бүлмәләрҙе, фатирҙарҙы милеккә алған кешеләр торлаҡты үҙе теләгәнсә файҙаланыу (һатып алыу, һатыу, бүләк итеү, алмаштырыу, залогка һалыу) мөмкинлегенә эйә була. Шуның менән бергә был өлкәлә енәйәттәр ҙә бермә-бер арта.
Медицинала алдашыу
Дарыу тип биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр (БАД) һатыуға бәйле мутлыҡ осраҡтарына анализ яһау һөҙөмтәләре бындай енәйәттәрҙең ғәмәлдә билдәле бер социаль һәм йәш төркөмөнә – өлкәндәргә, инвалидтарға йәки даими медицина ярҙамына мохтаж кешеләргә ҡарата ҡылыныуын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта бындай препараттар дарыуҙар иҫәбенә инмәй, уларҙың нимәнән эшләнеүе билдәһеҙ, сифаты ла шик тыуҙыра. Бер ҡатлы граждандарға стационарҙа бушлай дауаланырға тәҡдим итәләр, тик дауаханаға ятҡанға тиклем билдәле бер хаҡ түләп, тәғәйен фирма сығарған препараттар менән дауаланыу курсы үтергә кәрәк. Алдаҡсыларҙың һүҙенә ышанып, өлкәндәр бындай “дарыу”ҙы бик ҡиммәткә һатып ала.
Йөк таможняла тотҡарланған
Алдаҡсылар урамда өлкәндәр менән танышып, һөйләшкәндә уларҙың ышанысын яулай, аҡсаһы булыу-булмауын асыҡлай һәм таможняла ҡиммәтле йөктөң тотҡарланыуына зарлана, уны тиҙерәк алыу өсөн бурысҡа аҡса һорай, ҙур процент тәҡдим итә. Аҡсаны ҡулға төшөрөү менән улар, әлбиттә, юҡҡа сыға.
Сирҙе дауалайҙар, имеш...
Енәйәттең был төрө сағыштырмаса күптән түгел таралған. Уларҙың барлыҡҡа килеүенә төп телеканалдарҙағы бағымсылар, экстрасенстар һәм башҡалар тураһындағы тапшырыуҙар сәбәпсе.
Ҡағиҙә булараҡ, был осраҡта һаулығында, шәхси тормошонда проблемалары булған 40 – 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар алдаҡсыларҙың “тоҙағына” эләгә. Тапшырыуҙы ҡарап, ялған бағымсының вәғәҙәләренә ышанған гүзәл зат экранда күрһәтелгән телефон номерын йыя. Абонент, психологик алымдар файҙаланып, телефон аша кешене “дауалай башлай”. Хеҙмәте өсөн ул ҙур ғына хаҡ ҡуя.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяу булырға саҡыра һәм ошо мәғлүмәттәрҙе өлкәндәргә еткереүҙе үтенә. Үҙегеҙгә йәки яҡындарығыҙға ҡарата ошондай енәйәттәр ҡылынһа, кисекмәҫтән 102 телефонына шылтыратығыҙ.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА