Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар 2023, 15:30

Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй

Республикала байрам көндәрендә янғындарҙы иҫкәртеүҙең махсус режимы индерелгән

Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Яңы йылдың тәүге өс көнө һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды.

Ултырышта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов, Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Владимир Горин, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Ултырыштың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, башҡарылған эштәрҙе анализлау, ашығыс хеҙмәттәрҙең тәғәйенләнеше буйынса эшкә әҙерлеген асыҡлау, резервтарҙы билдәләү һәм граждандарыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күреү.

Шулай итеп, республикала байрам көндәрендә янғындарҙы иҫкәртеүҙең махсус режимы индерелде, ул пиротехника тауарҙарын ҡулланыу буйынса талаптарҙы ҡәтғиләштерә, кешеләр байрамдарҙы күпләп үткәргән һәм ошо ваҡытта ял иткән урындарға ҡаты талаптар индерә. Был өҫтәмә иҫкәртеү йүнәлешендәге саралар комплексы.

Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла иҫкәртеү эше буйынса штаб төрөндә эшләү хәүефһеҙлек буйынса күрелгән сараларҙың береһе булып тора. Был эш сиктәрендә көн һайын йөҙҙәрсә иҫкәртеү төркөмө эшләй, тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр менән.

Ирек Сәғитов Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарынан һуң һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлау уҙғарыласағын билдәләне, был эшкә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм республика халҡын һәм ҡунаҡтарын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, сәләмәтлек, именлек һәм баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө теләне.

Фото: @mchsrb

Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Яуаплы хеҙмәттәр ял көндәрендә лә эшләй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: