Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә 2.38 сәғәттә Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында көслө янғын булған.
Ваҡиға урынына шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәр сыға. Янғын һүндереүселәр килгәндә йортто ут ялмап алған булған. Утты һүндереүгә 12 берәмек техника һәм 28 кеше йәлеп ителгән.
Янғынды һүндергәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кешенең кәүҙәһе табыла – 1940 йылғы ҡатын, 1938 һәм 1968 йылғы ирҙәр.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Ошо осраҡтан һуң ведомство етәкселеге ҡатнашлығында Стәрлебаш районы хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сираттан тыш ултырыш үткән.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ут һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй.
Фото: @mchsrb.