Ҙур һәм ағын һыулы йылғаларҙа боҙ ҡыш уртаһынаса туңып етмәй, шуға күрә һәр ваҡыт хәүеф сығанағы булып ҡала.
Был хәл Иркутск янында, Ангара йылғаһында була. Ун йәшлек ике малай боҙ өҫтөнән китеп барғанда, ҡапыл боҙ уйылып, һыуға төшөп китә. Улар ярҙан 20 метр самаһы китеп өлгөргән була. Балаларҙың береһе үҙаллы сыға ала һәм ярҙамға саҡыра башлай. Әммә уны ишетеп килеп еткән ололарҙы боҙ күтәрмәй.
Ололарҙың өйрәтеүенә таянып, һыуҙан сыҡҡан малай, шунда ятҡан ағас ботағын алып, яй ғына дуҫына табан шыуышып барып, уны ҡотҡарыуға өлгәшә. Бәләнән ҡотолған балаларҙы шунда уҡ йылы бинаға индереп, тәүге ярҙам күрһәтәләр.
Бәхеткә күрә, был осраҡ һәйбәт тамамлана. Шулай ҙа ҡышҡы боҙ ҡалын, ныҡлы була тип еңел ҡарамағыҙ, һәр осраҡта ла һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотмағыҙ, айырыуса балаларға ҡарата иғтибарлы булығыҙ.
Фото: видеонан скриншот.
Видео: https://vk.com/sobytiya1