Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Ғинуар 2023, 19:30

Йәнә кешеләр ғүмере өҙөлдө...

Был юлы насар хәбәр Дүртөйлө тарафынан килде. 

Йәнә кешеләр ғүмере өҙөлдө...
Йәнә кешеләр ғүмере өҙөлдө...

Башҡортостандың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов кискә ҡарай үҙенең телеграм-каналында тағы бер насар яңылыҡ тураһында хәбәр итте.

Авария Дүртөйлө районында, М7 Волга трассаһының 1247-се километрында була. Киске бишенселә бында Ford Focus менән ВАЗ-2110 машиналары бәрелешә. Бәрелеш ныҡ көслө була. Һөҙөмтәлә ватан автомобиленең водителе һәм пассажиры алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.

Икенсе машинала ултырған кешеләр ҙә йәрәхәттәр ала. Медицина ярҙамы пассажир ҡатынға һәм бәлиғ булмаған балаға талап ителә.

Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Юлдарҙа буран, күренеш мөмкинлеге бик насар. Ҡайһы бер юлдарға сикләү индерелде. Әгәр мөмкин булһа, өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ. Ә юлға сыҡһағыҙ, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп йөрөгөҙ.

Фото: Телеграм-канал. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: