Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һауа торошо тураһында яҙма менән уртаҡлашты.
"Башҡортостанға ҡаты һалҡындар килде. Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә әлегеләй һауа торошо һаҡланасаҡ.
Муниципалитет башлыҡтарына, Транспорт һәм юл хужалығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарына, барлыҡ яуаплы хеҙмәттәргә эште һауа торошо шарттарын иҫәпкә алып ойошторорға ҡушам.
Ә республика халҡынан өйҙән сыҡҡанда йылыраҡ кейенеүҙәрен, бер-береһенә иғтибарлы булыуҙарын һорайым, юлдарҙа имен йөрөүҙәрен теләйем.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!" - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.