Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2023, 20:00

Сатлама һыуыҡта яғыулыҡ туңып...

Автобус салонында 39 пассажир булған...

Сатлама һыуыҡта  яғыулыҡ туңып...
Сатлама һыуыҡта яғыулыҡ туңып...

Республикала рейс автобусы пассажирҙары яғыулыҡ туңыуы сәбәпле төндә саҡ үҙҙәре туңмаған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров социаль селтәрҙә Белорет һәм Архангел райондары сигендә пассажирҙар автобусының дизель яғыулығы туңыуы тураһында 112-се саҡырыуҙар эшкәртеү үҙәгенә хәбәр килеүе хаҡында һөйләгән. Автобус Яр Саллыға юлланған булған.

Салонда 39 кеше булған. Барыһы ла Архангелдәге Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы ятағына ваҡытлыса урынлаштырылған. Фәрит Ғүмәров ошо ваҡиға менән бәйле алыҫ сәфәрҙәргә сығыуҙан тыйылып торорға саҡырып, республика халҡына мөрәжәғәт итте.

Бындай көтөлмәгән хәлдәргә юлыҡҡанда берҙәм экстрен хеҙмәттәрҙе саҡырыу һандарын иҫтә тотоғоҙ – “112”. Шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙы оператив саҡырыу һәм урындың аныҡ координаталарын ебәреү өсөн “112” мобиль ҡушымтаһынан файҙаланыу тәҡдим ителә. Төп өҫтөнлөгө – операторҙың яуабын көтмәйенсә, хәлде бик тиҙ аңлатыу һәм фото- видеоматериалдар ебәреп, мөрәжәғәт ҡалдырыу, шулай уҡ үҙең торған урынға йүнәлеште теүәл билдәләү. Юлдарҙа иҫән-һау йөрөгөҙ!

Фото: news1ivanovo.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: