Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2023, 11:00

Ут аяуһыҙ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа бар

Ут аяуһыҙ
Ут аяуһыҙ

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә, 8 ғинуарҙа, киске сәғәт 10 тирәһендә ведомствоға Өфө ҡалаһының Сазонов урамындағы 30а йортонда янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә ике ҡатлы 15 фатирлы ағас йортто ут ялмап алған булған. Утты һүндереүгә 34 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.

1948 йылғы ҡатын арҡаһы ауыртыуына бәйле медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе әйтеүенсә, ул янған йорттан сыҡҡанда йәрәхәтләнгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын һүткән саҡтан ике кешенең кәүҙәһе табылған.

Шулай уҡ кисә Шишмә районының Ключарёв ауылында СНТ-ның “Нефтсе 1” баҡса йортонда янғын булған, 7х8 метр ҙурлыҡтағы ағас йорт янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндергән ваҡытта 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.

Ут аяуһыҙ, шуға ла янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ – боҙоҡ электр приборҙарын, йылытыу ҡорамалдарын ҡулланмағыҙ, мейескә ут яҡҡанда ла ҡарап торорға кәрәк, мунса яҡҡанда ла сама белегеҙ.

Фото: @mchsrb.

Ут аяуһыҙ
Ут аяуһыҙ
Ут аяуһыҙ
Ут аяуһыҙ
Ут аяуһыҙ
Ут аяуһыҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: