Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2023, 16:30

Һыйыр мөгөҙөн һындырыҙай сатлама һыуыҡтар көтөлә

Өфөлә 40 градусты үткәс,  төньяҡ райондарҙа күпмегә етер икән?

Һыйыр мөгөҙөн һындырыҙай сатлама һыуыҡтар көтөлә
Һыйыр мөгөҙөн һындырыҙай сатлама һыуыҡтар көтөлә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ҡайһы бер райондарында тағы ла ҡатыраҡ һыуыҡтар көтөлә, минималь температура төндә -40, -45° тиклем түбәнәйәсәк. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшә, күреү һәләте 500 метр һәм унан да кәмерәк буласаҡ.

 9 ғинуарҙың 20.00 сәғәтенән 10 ғинуарҙың 20.00 сәғәтенә тиклем бер аҙ болотло була. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5 метр тиҙлектә иҫәсәк. Төндә һауа температураһы -33, -38 градус, урыны менән сатлама һыуыҡ -40, -45 градус, көндөҙ -26, -31 градус, урыны менән -21 градусҡа тиклем етәсәк. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртәнсәк томан, күреүсәнлек 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласаҡ.

Өфөлә лә өлөшләтә болотло. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә -36, -38 градус, ҡала ситендә - 40, -42 градусҡа етәсәк, көндөҙ -29, -31 градус, ҡала үҙәгендә -25 градусҡа тиклем көслө һыуыҡ буласаҡ.

Бындай һыуыҡтарҙа өйҙә ултырыу хәйерле, юлға сыҡмағыҙ. Шулай уҡ, йортто йылытам тип, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында ла онотмағыҙ.

Илнур Һиҙиәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: