Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар 2023, 16:30

Аҙнағолда -50 градусҡа тиклем һыуытҡан

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек булыр? Сайтыбыҙҙа уҡығыҙ.

Аҙнағолда -50 градусҡа тиклем һыуытҡан
Аҙнағолда -50 градусҡа тиклем һыуытҡан

Алдағы тәүлектә республикала һауа торошо үҙгәреүсән болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөм һиҙелерлек булмаясаҡ. Төндә ел тотороҡһоҙ, көндөҙ көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫәсәк.

Төндә һауа температураһы -30,-35 градусҡа тиклем һыуытасаҡ, урыны менән -40 градусҡа тиклем сатлама һыуыҡтар көтөлә, көндөҙ иһә -22,-27 градус, урыны менән -12,-17 градус буласаҡ.

Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан, күреү һәләте насараясаҡ, 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк булыр.

Көндәрҙең һыуыҡ тороуы йылытыу сараларын күпләп файҙаланыуға сәбәпсе булып тора, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ.

Иғтибар!

Ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ, электр селтәрен көсөргәнешле эшләтмәгеҙ.

Мейесте көнөнә бер нисә тапҡыр арауыҡ менән яғығыҙ. Өҙлөкһөҙ мейес яғыу уның артыҡ ҡыҙыуына һәм ярыҡтарҙың барлыҡҡа килеүенә килтереүе мөмкин. Был иһә, үҙ сиратында, янғын сығыуға булышлыҡ итә.

Газ баллондарын файҙаланыу айырым иғтибар талап итә – уларҙы өйҙә лә, балконда ла һаҡлап булмай. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, тулыһынса тултырылған баллонды һыуыҡтан йылыға күсерһәң, газ киңәйә һәм һауыт шартлауы ихтимал.

Бөгөн төндә Белорет районының Аҙнағол ауылында -50 градусҡа тиклем һыуытҡан. Һеҙҙә лә шулай һыуыҡ булдымы?

Фото: Динара Ҡәйүмова һәм @mchsrb.

Аҙнағолда -50 градусҡа тиклем һыуытҡан
Аҙнағолда -50 градусҡа тиклем һыуытҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: