Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта бәләкәй балаларҙың уттан зыян күреүе кеүек аяныслы осраҡтар йыш теркәлә. Әйткәндәй, йыл һайын Рәсәйҙә 40 мең тирәһе ҡыҙ һәм малай “ҡыҙыл әтәс” ҡорбаны була.
Йыш ҡына бындай фажиғәле хәлдәр аш-һыу бүлмәһендә йәки мунсала теркәлә. Бынан тыш, балаларҙың ут, электр тогы ҡорамалы, химикаттар менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеүе лә аяныслы хәлгә килтерә, шуға күрә белгестәр ата-әсәләргә бәләкәстәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, уларҙы ҡурҡыныс хәлгә тарымау сараларын күрергә саҡыра.
Янғын башланғас, йыш ҡына балалар ҡасыр һәм “Янғын!” тип ҡысҡыраһы урынға йәшеренә һәм хатта үҙенең яратҡан уйынсығын ҡотҡарып маташа. Ошондай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡыҙығыҙға йәки улығыҙға, 01 (мобиль телефондан – 112) һандарын йыйып, янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға өйрәтеү зыян булмаҫ. Тағы балаға телефондан “Кем шылтырата?”, “Нимә булды?”, “Ҡайҙа яна?”, “Кем зыян күрҙе?” кеүек һорауҙарға яуап бирергә өйрәтегеҙ.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тән бешкән осраҡта беренсе ярҙам саралары түбәндәгесә күрһәтелә:
l баланың тәне бешә ҡалһа, был урынды 10 – 15 минут буйы һалҡын һыуҙа һыуытырға. Һыу Цельсий буйынса плюс 15 – 20 градус булырға тейеш;
l балаға ут ҡапһа, уны һырылған юрған, һыу менән һүндерә һалығыҙ;
l электр тогынан зыян күргән осраҡта был урынға нимәнелер һибергә кәңәш ителмәй, таҙа туҡыма ябырға кәрәк;
l тиҙ генә “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәрен саҡырығыҙ.
Ошо хаҡта һис оноторға ярамай: баланың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә шок хәлендә булыуы ихтимал, шуға күрә уны табип килгәнгә тиклем һис тә яңғыҙын ҡалдырырға ярамай. Белгестәр әйтеүенсә, тән бешеү эҙемтәләре ҡурҡыныс, әммә күп кенә бәхетһеҙлек осраҡтарынан ҡотолорға мөмкин. Ошондай аяныслы хәлдәрҙе булдырмау хаҡында онотмағыҙ, балаларығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе онотмағыҙ:
3 Бәләкәстәрҙе өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ;
3 эҫе сәй яһалған сынаяҡты йәки сәйнүкте өҫтәлдең ситенә ҡуймағыҙ, юғиһә баланың уларҙы тартып төшөрөп, үҙенең өҫтөнә түгеүе ихтимал;
3 бәләкәй балалар булған йортта газ плитәһендә лә кәстрүлдәрҙе ситкә ҡуймау кәрәклеген хәтерҙән сығармағыҙ;
3 мейестә ут янғанда һаҡ булығыҙ, бәләкәстәрҙең уға яҡын килеп тәнен бешереүе ихтимал;
3 иҙәндә ҡайнаған һыу ҡойолған биҙрәне ҡалдырыу ҙа хәүефле, уйнап йөрөгән балаларҙың уға барып эләгеп йығылыуы бар.
Айһылыу НИЗАМОВА