Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар 2023, 07:00

Халыҡтың тағы ла утһыҙ ҡалыуы ихтимал...

Урамда 30 градус һыуыҡ саҡта авария булды.

Халыҡтың тағы ла утһыҙ ҡалыуы ихтимал...Халыҡтың тағы ла утһыҙ ҡалыуы ихтимал...
Халыҡтың тағы ла утһыҙ ҡалыуы ихтимал...

Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте уҙған ял көнөндә үк Ноғай ауылы халҡына электр утын файҙаланыуҙы сикләүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне.

“Көслө һыуыҡтарға бәйле Ноғайҙа тәьмин итеү линияһына көсөргәнеш арта. Әле һаҡлам яҡынса 10 процент тәшкил итә. Көсөргәнеш артыуын дауам итһә, ҡайһы бер ҡулланыусыларҙы бер аҙға электр энергияһынан өҙөргә тура киләсәк”, — тип әйтелгән мөрәжәғәттә.

Ошондай иҫкәртеү булһа ла, күрәһең, халыҡ ҡолаҡ һалмаған, электр селтәрҙәре артыҡ көсөргәнешкә сыҙай алманы – Янтарная һәм Болдин урамдары утһыҙ ҡалды. Октябрь районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, шунда уҡ Бөрөнән электриктар бригадаһы электр селтәрҙәрен тергеҙергә барған.

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте йәнә Ноғай ауылы халҡын электр энергияһын самалап ҡулланырға саҡыра. Мөмкин булһа, урам фонарҙарын, электр приборҙарын һәм электр селтәрҙәренә көсөргәнеш биргән башҡа ҡорамалдарҙы ҡабыҙмауҙы һорайҙар.

Яндекс.Погода сервисы мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙнаға Өфөлә һауа торошо -15 градусҡа тиклем, ә киләһе аҙнала -3 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Әлегә, тәҡдимдәрҙе тыңлаған халыҡ ярҙамында, һалҡын һауа торошонда йәшәйеш етди өҙөклөктәрһеҙ үтә.

Фото: bash.news.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас