-5 °С
Ҡар
Мәсетле районында юғалған кешене эҙләйҙәр.
6 ғинуарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенә кеше юғалыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм юллана.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән 1956 йылғы ир юғалған. Ул "Ҡарағай” шифаханаһы ҡаршыһында урынлашҡан Ыҡ йылғаһы буйында гидроэлектростанцияла эшләгән.
Ир һыуға батып үлгән тип фараз ителә, шуға күрә урынға водолаздар килгән, улар йылға төбөн тикшергән. Шулай уҡ урманда ир-атты эҙләү эштәре алып барыла. Насар һауа шарттары эҙләүҙе ҡыйынлаштыра.