Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2023, 14:00

18 кешене юғалттыҡ...

Эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән яңғыҙ ололарға ла әлегә мәлдә айырыуса иғтибарлы булыуығыҙ һорала. 

18 кешене юғалттыҡ...18 кешене юғалттыҡ...
18 кешене юғалттыҡ...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, Күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше идаралығы начальнигы Владимир Горин, быйыл янғынға бәйле хәл киҫкен тора, тип белдерҙе һәм ошо айҡанлы республика халҡына мөрәжәғәт итте.

– Хөрмәтле республика халҡы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса килеп тыуған хәлгә борсолоу белдерә. Йыл башынан, 1 - 11 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 196 янғын теркәлде һәм уларҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 18 кеше һәләк булды. Бәләләрҙә төп сәбәп – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын ҡулланыуҙың, мейес менән йылытыуҙың ҡағиҙәләрен боҙоу. Ошондай осраҡтарға бәйле һәләк булғандарҙың 80 проценттан ашыуы - өлкән һәм пенсия йәшендәге кешеләр.

Граждарҙан янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙәрен, электр йылытыу ҡорамалдарын, мейестәрҙе файҙаланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлеүҙәрен һорайбыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр ҙә эргәгеҙҙә яңғыҙ йәшәгән оло кешеләр бар икән, уларға иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ - ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙә булышлыҡ ҡылығыҙ. Талаптарҙы теүәл атҡарғанда ғына үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине Владимир Горин.

Видеояҙманы гәзиттең социаль төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ.

Фото һәм видеяҙма: @mchsrb

18 кешене юғалттыҡ...
18 кешене юғалттыҡ...
18 кешене юғалттыҡ...
18 кешене юғалттыҡ...
18 кешене юғалттыҡ...
18 кешене юғалттыҡ...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас