Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2023, 16:00

Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...

Ике ҡатлы йорттағы 15 фатирҙа 25 кеше йәшәгән булған.

Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...
Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...

8 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Сазонов урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә ике ҡатлы ағас йортто ут ялмап алған булған. Утты һүндереүгә 34 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән, уны икенсе көндә генә ауыҙлыҡлауға өлгәшәләр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 11 ғинуарҙа, 13.16 сәғәттә ундағы ҡотҡарыу эштәре тулыһынса тамамланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был янғында дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. 9 ғинуарҙа тәүҙә ике кешенең, бер аҙҙан тағы ла бер кешенең кәүҙәһен тапҡайнылар. Бөгөн иһә тағы ла мәрхүмгә юлыҡҡандар. Ә 1948 йылғы ҡатын арҡаһы ауыртыуына бәйле медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе әйтеүенсә, ул янған йорттан сыҡҡанда йәрәхәтләнгән.

Сазонов урамындағы янғын урынына Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙе барҙы һәм хәлде контролдә тота. Мәғлүм булыуынса, был йортта йәшәгән алты кеше ваҡытлыса торлаҡ алған. Әлеге ваҡытта граждандар зыян күреүселәрҙе урынлаштырыу үҙәгендә урын тәҡдим ителгән, быға тиклем улар туғандарында һәм дуҫтарында булған. Бер аҙна эсендә күсенергә ниәтләйҙәр. Билдәле булыуынса, ваҡытлыса йәшәү урынына тағы ла ете кеше күсергә йыйына.

14х12 метр ҙурлығындағы ике ҡатлы йорттағы 15 фатирҙа 25 кеше йәшәгән булған.

Ут аяуһыҙ, шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ – боҙоҡ электр приборҙарын, йылытыу ҡорамалдарын ҡулланмағыҙ, мейескә ут яҡҡанда ла ҡарап торорға кәрәк, мунса яҡҡанда ла сама белегеҙ.

Фото: @mchsrb.

Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...
Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...
Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...
Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...
Дүртенсе кешенең кәүҙәһен тапҡандар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: