2022 йылдың 18 июлендә Баҡалы районында иртә менән булған ҡот осҡос авария бар республика халҡын тетрәндергәйне. 23 йәшлек егет иҫерек килеш “Ауди А5” маркалы автомобилгә идара итеп, билдәләнгән тиҙлекте арттыра, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм юл ситенән китеп барған кешеләрҙе бәрҙерә. Һөҙөмтәлә ул дүрт ҡыҙҙы тапата, уларҙың берәүһе бәлиғ булмаған. Алған йәрәхәттәренән уларҙың дүртеһе лә авария урынында һәләк булды.
Суд, дәүләт ғәйепләнеүсенең фекерен иҫәпкә алып, ғәйепләнеүсене өс йылға транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 13 йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға һәм һәр зыян күреүсе файҙаһына бер миллион һум күләмендә әхлаҡи зыянды түләтергә тигән ҡарар сығарҙы. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Бөгөн билдәле булыуынса, Марс Ғөзәйеровтың адвокаты был ҡарарға ялыу биргән. Юғары судтағы суд ултырышы 2 мартта үтәсәк.
Яҡлаусы иҫәпләүенсә, хөкөм ҡарары бик ҡаты тәғәйенләнгән, йәнәһе лә суд Ғөзәйәровтың ғәйебен таныуын һәм тикшереү менән хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алмаған. Әхлаҡи зыянды компенсациялау суммаһын да юғары тип иҫәпләйҙәр.
Алдан юл фажиғәһендә дүрт ҡыҙҙың үлемендә ғәйепләнеүсе судта үҙенең һуңғы һүҙен әйткәйне. Ул ғәйебен тулыһынса таныуы, тәүбә итеүе тураһында хәбәр итте. Ғәйепләнеүсе шулай уҡ һәләк булғандарҙың төн һайын төшөнә инеүен әйтте. Һаҡсы Ғөзәйеров судтан йомшағыраҡ хөкөм ҡарарын сығарыуҙы һәм әхлаҡи зыянды ҡаплау күләмен кәметеүҙе һораны. Бынан тыш, адвокат тәфтиш изоляторында ғәйепләнеүсенең үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы хаҡында һөйләне.
Фото: smartik.ru