Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Ғинуар 2023, 14:13

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай

Хәл киҫкен тора, кем ғәйепле?

@mchsrb
Фото:@mchsrb

Быйыл 1 – 11 ғинуарҙа республиканың ҡала һәм райондарында бөтәһе 196 янғын теркәлгән, уларҙа 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был һандар борсолоулы уйға һала, сөнки уларҙың һәр береһе кеше яҙмыштарына бәйле. Әле генә йүгереп йөрөгән ауылдашыбыҙ, танышыбыҙ, туғаныбыҙ, белешебеҙ, милләттәшебеҙ уйламағанда һәләк булһынсы...

Бындай фажиғәләрҙең сәбәп­тәре менән танышһаң, күпселектә кеше үҙе ғәйепле. Башҡорто­с­тандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, тәмәке менән һаҡһыҙ эш итеү йыш ҡына фажиғәгә сәбәпсе. Шулай уҡ ғинуарҙағы сатлама һыуыҡтар арҡаһында ла электр утынан, мейестән янғындар күп сыҡҡан. 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше идаралығы начальнигы Владимир Горин, быйыл янғындарға бәйле хәл киҫкен тора, тип белдерҙе һәм ошо айҡанлы республика халҡына ла мөрәжәғәт итте.

– Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса килеп тыуған хәлгә борсолоу белдерә. 11 ғинуарға ҡарата 196 ян­ғын теркәлде һәм уларҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 18 кеше һәләк булды. Төп сәбәпе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамал­дарын ҡулланыу һәм мейес менән йылытыу ҡағиҙәһен боҙоу. Ошо шарттарҙа граждандарҙың 90 проценттан ашыуы һәләк булды. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: һәләк булыусыларҙың 80 проценттан ашыуы өлкән һәм пенсия йәшен­дәгеләр. Граждандарҙан янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүен, электр йылытыу ҡорамал­дарын, йылытыу мейестәрен фай­ҙаланыуға айырыуса иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр ҙә эргәгеҙҙә яңғыҙ йәшәгән оло кешеләр бар икән, вайымһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен үтәүҙәренә булышлыҡ итегеҙ. Шул осраҡта ғына беҙ үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине Владимир Горин.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала бөтәһе 10879 янғын теркәлгән. Уларҙа 233 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән, 267 кеше йәрәхәттәр ал­ған. 2021 йыл менән сағыштыр­ғанда, янғындар һаны – 4,9 процентҡа, һәләк булған кешеләр һаны 16,2 процентҡа кәмегән, әммә йәрәхәт алыу осрағы 15,6 процентҡа артҡан.

Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре: 6710 осраҡ – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән балаларҙың шаярыуы, тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, 2113 осраҡ – электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙоу (4,3 процентҡа артҡан), 933 осраҡ – мейесте файҙаланыу ҡағиҙәһен боҙоу, 474 осраҡ – яуыз уй менән милекте юҡ итеү, 289 осраҡ – транспорт сараларын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу,  84 осраҡта әйберҙәр янып киткән һәм башҡалар.   

5395 осраҡ урман, сүплек, ауыл хужалығы биләмәләре, ҡоро үлән янғындарын тәшкил итә. Ихата һәм йорт биләмәһендә 1639 осраҡ теркәлгән. Шулай уҡ былтыр күп фатирлы йорттарҙа 1145 янғын сыҡҡан, 1025 бер бүлмәле һәм шәхси йорт уттан зыян күргән.

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Үҙегеҙҙе һәм яҡындары­ғыҙҙы хәстәрләгеҙ, янғын битараф­тарҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндәрҙе һағалап тороуы хаҡында онотмағыҙ.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: