Юлға сыҡҡанда һәр кем изге уй-ниәттәр, маҡсаттар менән сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы мәлдә был сәфәрҙәр аяныслы тамамлана. Мәҫәлән, быйыл Яңы йыл ялдары ваҡытында ун кеше автомобиль аварияларында һәләк булды, төрлө тән йәрәхәттәре менән 65 кеше дауаханаға оҙатылды.
– Байрамдар осоронда ун кеше юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булды. Быға көслө ҡар яуыуы һәм автомобиль ағымының көсәйеүе, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы ҡайһы бер кешеләрҙең ошондай насар һауа шарттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе йоғонто яһағандыр, – тип белдерҙеләр республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Дөйөм алғанда, ғинуарҙың тәүге һигеҙ көнөндә 51 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шул иҫәптән 39 осраҡта автомобилдәр бәрелешкән, туғыҙ осраҡта йәйәүлене тапатҡандар, өс осраҡ башҡа сәбәптәргә бәйле.
Белеүебеҙсә, ял һәм байрам көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Был ялдарҙа ла улар сафта ҡалды һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгәндәрҙе асыҡлау буйынса етди эш алып барҙы. Һөҙөмтә лә бар – дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре ғинуарҙың тәүге һигеҙ көнөндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса һигеҙ меңдән ашыу осраҡты асыҡлаған, шул иҫәптән эскән килеш руль артына ултырған 223 кешене тотҡан. Был иҫкәртеү саралары ваҡытында балаларҙы ташыу буйынса юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 307 осрағы асыҡланған, шулай уҡ автомобилде йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән 44 кешегә штраф һалынған, ә инде 124 әҙәм бөтөнләй танытмаһыҙ руль артына ултырған. Бына ниндәй кешеләр транспорт менән идара итә, дөрөҫөн генә әйткәндә, был, әлбиттә, башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының да төп маҡсаты – юлдарҙа үлем осраҡтарын һуңғы сиккә тиклем кәметеү. Былтыр был йәһәттән республикала ыңғай үҙгәреш күҙәтелгән, быйыл да ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк.
Былар иһә – ил етәкселеге тарафынан күрелгән саралар һөҙөмтәһе. Шул уҡ ваҡытта автомобиль менән эскән килеш рулгә ултырған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водитель идара итә икән, уның яҡындарының һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙең ғүмере хәүеф аҫтында ҡаласаҡ. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине, юлдарҙағы фажиғәләрҙән һабаҡ алып, уларҙың ҡабатланыуына юл ҡуймайыҡ. Һәр кем тәғәйен урынға иҫән-һау барып етһен.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
– Былтырғы йылды 2021 йыл менән сағыштырғанда, хәл күпкә яҡшыраҡ. Артабан нимә эшләргә кәрәклеген анализларға кәрәк. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, федераль автомобиль юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фото һәм видеоға теркәү өсөн камералар ҡуйғас, унда үлем осраҡтары ҡырҡа кәмене. Ғөмүмән, үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек. Был мөһим күрһәткес.
- Рәмилә ХӨСНУЛЛИНА