Бөгөн төшкә ҡарай насар хәбәр билдәле булды. Непалдың көнбайышында Покхара ҡалаһы янында Yeti Airlines авиакомпанияһының пассажир самолеты һәләкәткә эләгә. Самолет тиҙлек йыйып, ерҙән инде күтәрелеп киткән мәлдә ергә ҡолай.
ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, бортта 72 кеше – 68 пассажир һәм дүрт экипаж ағзаһы теркәлгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың бөтәһе лә һәләк булған. Әлеге мәлгә 40 кешенең кәүҙәһе табылған.
Пассажирҙар араһында 10 сит ил гражданы булған. Улар – Һиндостан, Австрия, Франция һәм Аргентина граждандары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, самолетта рәсәйҙәр ҙә булған. Непалдағы Рәсәй илселеге вәкилдәре белдереүенсә, бортта дүрт ватандашыбыҙ шулай уҡ һәләк булған.
Был АTR 72 самолетын ATR франк-итальян концерны етештергән, уның һыйҙырышлығы – 74 кеше.
Фото: mk.ru