Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ғинуар 2023, 23:30

"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә әлеге мәлгә 1999 ҡаргиҙәр теркәлгән. Уларҙың 1192-һе кешеләрҙең шәхси техникаһы булһа, 807-һе ойошмаларға ҡарай.

"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 22 декабрҙәге бойороғона ярашлы, 16 ғинуарҙа Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” айлығы башланды.  Ул 17 февралгә тиклем барасаҡ.

“Ҡаргиҙәр” операцияһының төп маҡсаты – юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосаралар, тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмалары кеүек техниканы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү  хәүефе янауын иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Техника хужаларына өҫтәмә рәүештә үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошона талаптар, транспортты файҙаланғандағы етешһеҙлектәр, шулай уҡ бындай транспорт менән идара иткәндә кәрәкле тракторсы-машинист танытмаһын алыу тәртибе тураһында хәбәр ителәсәк.

Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, “Башҡортостан Республикаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә иҫкәртеү саралары үткәреләсәк, ҡануниәт боҙоусылар асыҡланасаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә әлеге мәлгә 1999 ҡаргиҙәр теркәлгән. Уларҙың 1192-һе кешеләрҙең шәхси техникаһы булһа, 807-һе ойошмаларға ҡарай.

“Ҡаргиҙәр” айлығының беренсе көнөндә "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының Өфө ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ЮХХДИ инспекторҙары менән рейдҡа сыҡты.   

Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һанында тынышырһығыҙ.

Автор фотолары.

"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: