Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ғинуар 2023, 08:00

Аварияла һәләк булыусылар билдәле

Был фажиғә арҡаһында тағы ла бер ғаилә ҙур ҡайғы кисерҙе.

Аварияла һәләк булыусылар билдәле
Аварияла һәләк булыусылар билдәле

15 ғинуарҙа сәғәт 4-селә Салауат районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Мәғлүм булыуынса, Кропачев – Мәсәғүт  – Әшит юлының 10 километрында “ГАЗель” йөк автомобиле ҡаршыға килгән “Черри Вери” менән бәрелешә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта унан һуң “ГАЗель” ситтә торған “Мерседес” йөк машинаһына бәрелә, ә “Черри Вери” - юл ситендә торған “Volvo” йөк машинаһына. Һөҙөмтәлә өс кеше һәләк була.

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла “Черри Вери” автомобилендә Мәсетле районында йәшәгән ата-әсәләренән Стәрлетамаҡҡа ҡайтып барған ғаилә – рулдәге 37 йәшлек атай һәм 12 йәшлек улы, шулай уҡ 38 йәшлек ҡатын-ҡыҙ туғаны һәләк булған. Шулай уҡ был водителдең 38 йәшлек ҡатыны һәм тағы ла 39 йәшлек пассажир, “ГАЗель” водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.   

Ведомствонан аңлатыуҙарынса, ҡаршы һыҙаттарҙа хәрәкәт иткән “Черри Вери” һәм “ГАЗель” бер-береһенә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ҡағылып бәрелешә һәм икеһе ике яҡҡа оса. Етмәһә, юл ситендә торған йөк автомобилдәренә һуғылалар.

Был авария арҡаһында тағы ла бер ғаилә ҙур ҡайғы кисерҙе. Хөрмәтле водителдәр, юлда транспортты шәп ҡыумағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: