Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ғинуар 2023, 19:30

Авариялар кәмегән, әммә тынысланырға иртә

Быйыл Башҡортостанда Урал аръяғы, Благовещен, Ишембай, Нуриман һәм Өфө райондары юлдарында тағы ла ете йөктө үлсәү комплексын урынлаштырыу ҡаралған.

Авариялар кәмегән, әммә тынысланырға иртә
Авариялар кәмегән, әммә тынысланырға иртә

16 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы "Транспорт сәғәте"  кәңәшмәһен үткәрҙе, унда, атап әйткәндә, төбәктең юл селтәрен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

“Приуралье” юл идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Александр Михайлов федераль автомобиль юлдарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса эштәрҙең төп һөҙөмтәләре тураһында һөйләне, шулай уҡ 2023 йылға пландар билдәләне.

“Приуралье” Башҡортостанда барлығы 795 километр юлды хеҙмәтләндерә, шуларҙың 90 проценты норматив хәлгә килтерелгән.

Әйтәйек, Туймазы һәм Бүздәк райондарында М-5 “Урал” трассаһының дөйөм оҙонлоғо 11 километр булған ике участкаһы реконструкцияланған. М-7 трассаһында Илеш районында оҙонлоғо 13 километр юлды, Һарыяҙ йылғаһы аша 45 метр оҙонлоғондағы күпер ремонтланған.

Бынан тыш, Өфө, Шишмә, Благовар һәм Бүздәк райондарында 111 километр юл япмаһы яңыртылған, Өфө – Стәрлетамаҡ трассаһының 110 километрында яһалма яҡтыртыу ҡоролмаһын ҡуйыу эше тамамланған.

Киләсәкле проекттар сиктәрендә, М-7 трассаһында биш ауылды –– Исәмәтте, Үрге Йәркәйҙе, Лайаштыны, Ишкәрҙе һәм Әсәнде урап үтеү юлдары Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымтаға килгән, шулай уҡ Р-240 юлында Стәрлетамаҡты урап үтеү участкаһының проекты әҙер.

Юлдарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген яҡшыртыу, шулай уҡ 2022 йылда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын автоматик рәүештә теркәү системаһын үҫтереү һөҙөмтәһендә федераль автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 23 процентҡа, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны 49 процентҡа кәмегән.

– Беҙҙең юлдарҙың хәүефһеҙлеге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Ә авария күрһәткестәренең кәмеүе транспорт инфраструктураһын яңыртыу буйынса һөҙөмтәле эште күрһәтә. Был өлкәлә эште кәметмәү, шул иҫәптән водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүен күҙәтеү мөһим, – тине Радий Хәбиров.

"Транспорт сәғәте"ндә шулай уҡ республика юлдарында йөктө күҙәтеү буйынса үлсәү системаһын үҫтереү ҡаралды.

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Мансаф Низаҡаев әйтеүенсә, төбәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында 13 автоматлаштырылған комплекс эшләй, улар йөктәрҙең рөхсәт ителгән артыуын, шулай уҡ дөйөм параметрҙарҙы һәм транспорттың тиҙлек режимын теркәй.

2023 йылда Башҡортостанда Урал аръяғы, Благовещен, Ишембай, Нуриман һәм Өфө райондары юлдарында тағы ла ете йөктө үлсәү комплексын урынлаштырыу ҡаралған. Улар 2023 йылдың 1 октябренә тиклем эшләй башлаясаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.

Авариялар кәмегән, әммә тынысланырға иртә
Авариялар кәмегән, әммә тынысланырға иртә
Авариялар кәмегән, әммә тынысланырға иртә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: