Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 16 ғинуарҙа, республикала бер нисә йорт янған һәм уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ике бала зыян күргән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы ҡалаһындағы Ҡулса урамында туғыҙ ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында фатир янған. Ҡотҡарыусылар хәүеф янаған урындан 18 кешене, шул иҫәптән дүрт баланы сығарған. Кешеләрҙе эвакуациялау барышында автокүтәргес ярҙамында 11 кешене ҡотҡарғандар, шул иҫәптән бер баланы. Янған булған йорттан 15 кеше, шул иҫәптән өс бала үҙаллы сыҡҡан. Әммә зыян күргәндәр ҙә бар – 2010 һәм 2011 йылғы малайҙарҙы Туймазы дауаханаһына алып киткәндәр.
Көндөҙ иһә Нефтекама ҡалаһының Юл урамында ике ҡатлы автомобиль йыуыу бинаһында янғын сыҡҡан. Уттан 150 квадрат метр майҙан зыян күргән. Бәхеткә күрә, бында һәләк булыусылар юҡ.
Ә бына Ишембай ҡалаһының Нефть үткәргес урамында ағас йорт янған һәм утты һүндергәндән һуң 1960 йылғы ирҙең һәм тағы ла бер билдәһеҙ кешенең кәүҙәһе тапҡандар.
Кисен Өфө ҡалаһында Верхоянск урамында 5х8 метр ҙурлығындағы ағас йорт янған. Утты һүндергән саҡта ҡотҡарыусылар ваҡиға урынында 1988 йылғы ҡатындың кәүҙәһен тапҡан.
Һәр осраҡ сәбәптәрен асыҡлау буйынса тәфтиш-оператив төркөм һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүселәре эшләй.
“Хөрмәтле, республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәғә килтерә, ут менән һаҡ эш итегеҙ. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ”, – тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Фотолар: @mchsrb.