Йола буйынса дини ғибәҙәт ҡылыу һәм крешение сумыуҙары махсус мәкеләрҙә уҙа. Башҡортостанда байрамға ошондай 99 махсус урын әҙерләнгән. Уларҙың исемлеге менән Главного управления МЧС по республике: https://vk.cc/ckN6nW сайтында танышырға мөмкин. Был урындарҙа ҡотҡарыусылар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре дежур итәсәк.
Боҙло һыуға сумырға ҡарар итеүселәр өсөн ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә. Һаулығығыҙҙың яҡшы булыуына инанығыҙ. Йылынығыҙ, әҙерлек күнекмәләрен эшләгеҙ. Өшөмәҫ өсөн мәкелә бер минуттан да артыҡ торорға ярамай. Һыу ингәндән һуң шунда уҡ таҫтамал менән һөртөнөргә, кейенергә һәм, мәҫәлән, ҡайнар сәй эсергә кәрәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/glavbash