Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2023, 19:15

Һыуға сумыуҙа ҡатнашам һәм бөгөн дә ситтә ҡалмаясаҡмын

18-нән 19 ғинуарға ҡарата сара уҙған урындарҙа махсус хеҙмәттәр дежур итәсәк

Һыуға сумыуҙа ҡатнашам һәм бөгөн дә ситтә ҡалмаясаҡмын
Һыуға сумыуҙа ҡатнашам һәм бөгөн дә ситтә ҡалмаясаҡмын

Республика Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә Крещение көнөнә ҡарата яҙма ҡуйған:

“Бөгөн православие динендәгеләр Крещение көнөн билдәләй. Сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылалар. Был ваҡытта ғибәҙәтханала булыу мөмкинлегегеҙ булһа, барырға кәңәш итәм... Өҫтәүенә, был циклдың барлыҡ хеҙмәттәре лә мөһим.

Был көнгә ҡарата 54 муниципалитет биләмәһендә 100-гә яҡын купель һәм мәке ойошторолған. 18-нән 19 ғинуарға ҡарата сара уҙған урындарҙа ҡотҡарыусылар, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре юғары әҙерлектә дежурлыҡ алып барасаҡ. Ғәҙәттәгесә, оҙаҡ йылдар дауамында, мин һыуға сумыуҙа ҡатнашам һәм бөгөн дә ситтә ҡалмаясаҡмын.

Иптәштәр, һаҡ булығыҙ һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: