Бөгөн Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһын башҡарыусы, полицияның генерал майоры Артур Сәйфуллин 2022 йылдағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сараға видеоконференция тәртибендә республика Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре начальниктары ҡушылды.
Республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов сығышында былтырғы авариялар һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәләренең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмауға йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне.
Артур Сәйфуллин урамдарҙа, юлдарҙа хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү кәрәклеген билдәләне. Халыҡҡа күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең сифатына иғтибар итте. Ул балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы авариялар, урам-юл селтәрен ҡәнәғәтләнерлек хеҙмәтләндермәү сәбәпле авариялар булыуына борсолоу белдерҙе.
Ултырыш аҙағында Артур Сәйфуллин Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһының төп бурыстарын билдәләне – кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың милеген һаҡлау.
“2023 йылға тағы ла нығыраҡ әүҙемлекте, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, бөтә кимәлдәрҙәге министрлыҡтар, ведомстволар менән үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлекте талап иткән яңы етди бурыстар ҡуя”, – тип яҙҙы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йыл башында Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юлдарҙағы хәүефһеҙлек мәсьәләһенә айырым туҡталды.
– Уҙған йылды 2021 йыл менән сағыштырғанда, хәл күпкә яҡшыраҡ. Артабан нимә эшләргә кәрәклеген анализларға кәрәк. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, федераль автомобиль юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фото һәм видеоға теркәү өсөн камералар ҡуйғас, унда үлем осраҡтары ҡырҡа кәмене. Ғөмүмән, үлем осраҡтары кәметеү буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек. Был мөһим күрһәткес, - тине Радий Фәрит улы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @V_Sevastyanov