Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2023, 20:59

Ҡаргиҙәр – юғары хәүеф сығанағы

Был техникаға ихтыяж йылдан-йыл арта.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 22 декабрҙәге бойороғона ярашлы, 16 ғинуарҙа Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” айлығы башланды.  Ул 17 февралгә тиклем барасаҡ. Айлыҡтың беренсе көнөндә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының Өфө ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ЮХХДИ инспекторҙары менән бергә рейдҡа сыҡты.   

 

Маҡсаттар изге

 

“Ҡаргиҙәр” операцияһының төп маҡсаты – юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосаралар, тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмалары кеүек техниканы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү  хәүефе янауын иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Сара сиктәрендә техника хужаларына өҫтәмә рәүештә үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошона талаптар, транспортты файҙаланғандағы етешһеҙлектәр, шулай уҡ бындай транспорт менән идара иткәндә кәрәкле тракторсы-машинист танытмаһын алыу тәртибе тураһында хәбәр ителәсәк.

Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн Башҡорт­остандың Эске эштәр министр­лығының ЮХХДИ идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, “Башҡортостан Республикаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә иҫкәртеү саралары үткәрә, ҡануниәт боҙоусыларҙы асыҡлай.

 

Заман башҡа, заң башҡа

 

Заман башҡа, заң башҡа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Хәҙер кешеләр ял итергә, буш ваҡыттарын тәбиғәт ҡосағында файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Шуға ла ҡаргиҙәрҙәр иҫәбе шәхси ҡулдарҙа ла йылдан-йыл арта. Рейд барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең ярты сәғәт арауығында ғына ҡаргиҙәр тейәгән бер нисә машинаны туҡтатыуы ла ошо хаҡта һөйләй. 

– Ҡаргиҙәрҙе иҫәпкә ҡуйырға алып барҙым, номерҙарын тикшерҙеләр, дәүләт пошлинаһын түләнем. Техник паспортты һәм теркәү һанын алырға ҡалды. Республикабыҙҙың тәртипле  граждандары булырға тырышабыҙ. Ҡаргиҙәрҙе ҡышын балыҡҡа йөрөү өсөн яңыраҡ һатып алдым, хәҙер, ҡорамалдарҙы тотоп, йәйәү йөрөүе ауыр. Уның ҡеүәте ҙур түгел, әммә миңә йөрөргә етә. Майын тикшерҙем, тарттырғысын, сылбырын, амортизаторын, саңғыларын ҡараным. Яңы булғас, әллә ни көйләүҙәр талап итмәй. Әле инспекторҙар был ҡаргиҙәрҙең документтарын тикшерҙе, – тине бер туҡтатҡан машинаның хужаһы Сергей.

Инспекторҙар аңлатыуынса, хужа ҡаргиҙәрҙе һатып алғандан һуң ун тәүлек эсендә дәүләт техник күҙәтеү органдарында теркәргә тейеш.

Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының Өфө ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы Рәсим Ҡаһарманов белдереүенсә, ҡаргиҙәрҙәр һаны баш ҡалала арта.

– “Ҡаргиҙәр” айлығы башланыуы тураһында киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа еткерәбеҙ. Ошо ваҡытта техникаларын теркәү, техник күҙәтеү үткәреү, танытма алыуға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта. Беҙгә шылтыратып та һорашалар. Ҡаргиҙәр теркәлмәгән һәм уның менән идара итеүгә танытмаһы булмаған осраҡта, техниканы ҡулға алыу, танытма булмайынса идара иткән өсөн биш мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.

Өфөлә ҡаргиҙәрҙәр һаны арта – әлеге ваҡытта 1999 дана теркәлгән. 1192-һе шәхси ҡулдарҙа булһа, 807-һе – ойошмаларҙыҡы.  Улар техник күҙәтеү үтеп тора.

Ошондай рейдтар ваҡытында ҡаргиҙәрҙе ҡуртымға биргән ойошмаларҙы, ял итә торған урындарҙы күберәк тикшерергә тырышабыҙ, – тине Рәсим Ҡаһарманов.     

Мәғлүм булыуынса, рейдтар ял көндәрендә лә уҙа, сөнки күптәр ҡала ситенә ял итергә һәм ҡаргиҙәрҙә йөрөргә сыға. Теркәү ҡағиҙәләрен һәм идара итеүгә танытма, техник күҙәтеү үткәнлеге тикшерелә.

 

Танытмаһыҙ йөрөргә ярамай

 

Был техника төрө менән идара итеү өсөн тракторсы-машинист танытмаһында “AI” категорияһы асылған булырға тейеш. Ул 16 йәше тулған граждандарға бирелә. Ҡаргиҙәр танытмаһына Михайловка ауылындағы Башҡорт ауыл сәнәғәте колледжында уҡыталар. Рейд барышында  уның уҡыу базаһында булып, уҡыу шарттары менән дә таныштыҡ. Колледждың уҡытыусы-инструкторы Илнар Юнысов уҡыу барышы тураһында һөйләне.

– Бөгөн курсант егеттәр “AI” категорияһына – юлдан ситтә йөрөгән мотосаралар водитель танытмаһына имтихан тапшыра. Улар теория өлөшөн уңышлы бирҙе, әле Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының Өфө ҡалаһы буйынса бүлеге инспекторҙары практик өлөш буйынса имтиханды ҡабул итә. Беҙ ноябрҙән уҡырға теләүселәр төркөмөн туплайбыҙ һәм декабрҙән мартҡа тиклем уҡытабыҙ. Беҙҙең колледж курсанттары өсөн уҡыу бушлай, башҡалар өсөн түләүле курстар бар. Дөйөм алғанда, танытмаға уҡырға теләгәндәр күп, төркөм тиҙ туплана, – тине ул.

Илнар Юнысов белдереүенсә, дәүләт техник күҙәтеү инспек­торҙарының рейдтарынан һуң танытма алырға теләгән егеттәр һаны арта икән.

 

Ял хәүефһеҙ булырға тейеш

 

Белеүебеҙсә, хәҙер күп кенә ял базалары, йорттары, шулай уҡ шәхси предприятиелар ҡаргиҙәрҙә йөрөтөү хеҙмәттәрен күрһәтә, һәм улар көндән-көн арта бара. Рейд ваҡытында инспекторҙар ошондай ойошмаларҙың береһендә – Өфө янындағы Алексеевка ауылында урынлашҡан “А-FRAME” ял база­һындағы ҡаргиҙәрҙәрҙе тикшерҙе. Ял базаһының идарасыһы Искәндәр Мәзитов белдереүенсә, улар ҡаргиҙәрҙе прокатҡа биргән “Ҡаргиҙәр-Өфө” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә.

– Базала ял иткәндәрҙең ялын төрләндереү маҡсатында беҙ ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе ойошторабыҙ. Был төр техника әүҙем ялды яратыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, шуға ла ихтыяж бар. Хәүефһеҙлек техникаһын күҙәтә­беҙ: ял итеүселәр трассаға сығыр алдынан инструктаж үтә, шлем һәм махсус экипировка кейә, – тине ул.

Шулай уҡ ҡаргиҙәрҙәрҙе арендаға биргән эшҡыуар Ринат Әмирханов менән дә аралаштыҡ.

– Был техниканы “AI” катего­рияһы булған водителдәргә йөрөргә бирәбеҙ. Әгәр тейешле танытмалары булмаһа, алдан һайланған һәм әҙерләнгән маршрут буйынса уларҙы үҙебеҙ йөрөтәбеҙ. Шлем һәм махсус кейем бирәбеҙ, шулай уҡ маршрут буйынса инструктор оҙатып йөрөй. Транспорт­тың техник хәлен даими тикшереп торабыҙ. Барлыҡ техника теркәлгән, дәүләт техник күҙәтеү органдарында иҫәптә тора, махсус техник күҙәтеү үтә, хеҙмәткәрҙәрҙең тейешле танытмаһы бар, – тине ул.

Һис шикһеҙ, ҡаргиҙәр – юғары хәүеф сығанағы. Уны дөрөҫ фай­ҙаланмағанда, идараны тиҙ юғал­таһың. Ошондай бәләләрҙән ҡурсалау өсөн йыл һайын иҫкәртеү айлығы үткәрелә лә инде. Уның төп маҡсаттары – транспортты файҙаланыу барышында ҡағиҙә­ләрҙе боҙоуға юл ҡуймау, кеше ғүмеренең һәм һаулығының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ә уның хужалары техниканы файҙаланыуға яуаплы ҡараһын ине.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: