-7 °С
Болотло
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр июль айында Сибай ҡалаһы янындағы "Юлдаш» лагерында аяныслы хәл теркәлә. Учреждение биләмәһендә 15 йәшлек үҫмергә металл конструкция ҡолап, ул бер ай комала була.
Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асыла һәм суд, балалар ялын тейешенсә ойоштормауҙа ғәйепләп, лагерь директорын яуаплылыҡҡа тарттыра. Ә ошо көндәрҙә гражданды иреккә сығарғандар. Сәбәбе - 15 йәшлек үҫмерҙең әсәһе ғәйепләнеүсене ғәфү иткән.
Зыян күргән бала әле реабилитация үтә, уның уң ҡулы һәм аяҡтары һаман да насар хәрәкәтләнә.
Фото: "Башинформ".