Был темаға бәйле һуңғы көндәрҙәге ғаризалар буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре 13 енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала йәшәгән ҡатындар алдаҡсылар арҡаһында хәләл аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Беренсеһенән "инвестиция компанияһы хеҙмәткәре" шәп килем килтерә торған иҫәпкә - асылда үҙ кеҫәһенә - аҡса күсертә. Икенсе ҡатынды "банк хеҙмәткәрҙәре", мут әҙәмдәр һеҙҙең исемгә кредит алырға уйлай, тип албырғатып, уның үҙенән кредит алдыртып, күрһәтелгән иҫәпкә һалдыртыуға өлгәшә.
Аферистар һәр йәһәттән дә ныҡ үҫешкән: социаль инженерияны ла яҡшы беләләр, кешене ышандырыу һәләтенә эйәләр, шуға күпселек үҙ аҡсаһынан нисек ҡолаҡ ҡаҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының был йәһәттән иҫкәрмәһен ҡағиҙә итеп алырға ваҡыт. Телефондан сит кеше менән һөйләшкәндә бик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙең банк реквизиттарын әйтмәгеҙ, аҡса күсермәгеҙ. Шикле һылтанмаларҙы асмағыҙ, ят, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ йә бөтөнләй ят номерҙы ҡабул итмәгеҙ. Мут әҙәмдәр банк номерҙарын файҙаланып та, үҙҙәренең ҡара маҡсатына өлгәшергә маташыуы бар. Таныштарығыҙҙан аҡса менән ярҙам итеүгә бәйле смс-хәбәр килә икән, үҙҙәре менән туранан-тура һөйләшмәйенсә бер ниндәй ҡабул итмәгеҙ.
Фото: ixbt.com