Ошо көндәрҙә Өфөнөң Калинин районында көпә-көндөҙ 59 йәшлек ир фажиғәгә тарыған.
"Башинформ"ға билдәле булыуынса, Шумавцов үткәүеле аҫтында йәрәхәтләнгән ирҙе күргәндәр. "Ашығыс ярҙам" бригадаһы уны 13-сө дауаханаға килтергән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңынан ирҙең үлгәне билдәле булды.
Уның улы һөйләүенсә, атаһы иҫендә сағында янындағы кешеләргә тайып йығылып төшөүе тураһында хәбәр итеп өлгөргән. Ул төрлө тышҡы һәм эске йәрәхәттәр алған, мейеһе һелкенгән. Дауаханаға клиник үлем хәлендә килтереп еткергәндәр. "Атайым тимер юл өҫтөндәге үткәүелдән ҡолап төшкән тип аңланым. Шаһиттарҙың һүҙҙәренсә, күпер ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартылмаған. Мин был хәл буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә уйлайым. Әле тикшереү эштәре башланғанлығы тураһында беләм", тигән ул "Башинформ"ға.
Үлемгә килтергән ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башлаған да инде.
Бәлә аяҡ аҫтында - ҡышҡы айҙарҙа ни тиклем ҡабаланғанда ла урамда иғтибарлыҡты юғалтмайыҡ, аңһыҙ ҡазаларҙан (тайып йығылыу, өҫтән боҙ, ҡар төшөүҙән һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән) һаҡланайыҡ.
Фото: vsegda-pomnim.com