Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә муниципаль берәмектәрҙең яҙғы ташҡын мәлендә боҙ тығындары ихтимал булған урындарҙа шартлатыу буйынса килешеүҙәр төҙөүенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
– Былтыр яҙғы ташҡын сағыштырмаса тыныс булды. Тейешле килешеүҙәр ваҡытында төҙөлдө, боҙ тығыны барлыҡҡа килгән урындарҙа шартлатыу операциялары үткәрелде. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, – тине Андрей Назаров.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 2023 йылдың яҙғы ташҡынын үткәреүгә әҙерлек тураһында доклад менән сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, тораҡ пункттарҙы һыу баҫыу алдағы йылдарҙағы оҙайлы күҙәтеүҙәр буйынса боҙ тығындары булмаған муниципаль берәмектәрҙә ла күҙәтелә. 2022 йылда алдан күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ташҡындар һанын кәметеүгә өлгәшкәндәр һәм әлеге ваҡытта республика 2023 йылғы яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үтеүгә әҙерлек башлаған.
Комитет рәйесе хәбәр итеүенсә, республиканың һыу объекттарын күҙәтеү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының 24/7 графигы рәүешендә янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты әҙерлеге тәьмин ителгән.
– Былтыр бындай эшмәкәрлек йылғаларҙың тығындар хәүефе булған участкаларын асыҡларға һәм тығындарҙы таҙартыу буйынса тейешле саралар күрергә, шулай уҡ ташҡын зонаһындағы хәлде баһаларға мөмкинлек бирҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты базаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы менән берлектә муниципаль берәмектәрҙе координациялау һәм улар менән үҙ-ара эш итеү өсөн оператив штаб булдырылды, – тине Фәрит Ғүмәров.
Ведомство етәксеһе, муниципалитеттар етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, сәнәғәт предприятиеларының шартлатҡыс бригадалары башлыса муниципалитеттарҙа дислокация урыны буйынса эшләй һәм башҡа райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре менән килешеү төҙөмәй тиерлек, тип билдәләне. Шуға күрә лә муниципаль хакимиәт етәкселәренә ташҡынға ҡаршы бөтә кәрәкле сараларҙы, шул иҫәптән боҙҙо бысыуҙы һәм ҡарайтыуҙы ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы ойошторорға кәрәк.
– Һуңғы йылдарҙ яҙғы ташҡын барышы төрлө ваҡиғаларға һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау мөһим. Был йәһәттән йылғаларҙың тығындар хәүефе булған участкаларында шартлатыу буйынса контракттар төҙөргә, яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үтеү буйынса иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырырға, урындағы үҙидаралыҡтарҙың шартлатыу операцияларына барлыҡ ғаризаларын тупларға кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru, bash.news, 02.mchs.gov.ru