Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Ғинуар 2023, 10:30

Янғында тағы ла кеше һәләк булды

Фажиғә Кушнаренко районында теркәлгән.

Янғында тағы ла кеше һәләк булды
Янғында тағы ла кеше һәләк булды

Бөгөн 02:28 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында йорт яныуын хәбәр итәләр.

Саҡырыу урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең көстәре һәм саралары барғанда 10х10 метр ҙурлығындағы йорттоң эсе янған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 1969 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Һаҡ булығыҙ, янғын битарафлыҡты, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Түшәктә тәмәке тартмағыҙ. Электр селтәрҙәренең көсөргәнешле эшләүенә юл ҡуймағыҙ. Янғын ваҡытында “101” йәки “112” телефондарына шылтыратығыҙ.

Фото: @mchsrb

Янғында тағы ла кеше һәләк булды
Янғында тағы ла кеше һәләк булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: