Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Ғинуар 2023, 20:15

Кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған водителде ултырттылар

Башҡортостанда М-5 трассаһында алты кешенең ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйеплегә хөкөм ҡарары сығарылды.

Кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған водителде ултырттылар
Кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған водителде ултырттылар

Башҡортостандың Благовар район-ара суды 2022 йылдың июлендә М-5 трассаһында алты кешенең ғүмерен өҙгән авариялағы микроавтобус водителенә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарарын сығарҙы.

28 йәшлек Азат Сәфәрғәлиев 2022 йылдың 25 июлендә Өфө – Языков маршруты буйынса рейсҡа сыға. Благовар районында, М-5 “Урал” федераль трассаһының 1412-се километрында, “Ford Transit” микроавтобусы ошо уҡ йүнәлештә хәрәкәт иткән юл хеҙмәтенең “КамАЗ”ына бәрелә. Ваҡиға урынында биш кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла бер пассажир дауаханала вафат була. Бер кеше ауыр йәрәхәттәр ала.

Тикшереү һәм суд барышында Азат Сәфәрғәлиев үҙенең ғәйебен таныған. Суд уны дүрт йыл да алты айға иркенән мәхрүм итте, был ваҡытты холоҡ төҙәтеү колонияһы ауылында үткәрәсәк, шулай уҡ өс йылға машина йөрөтөү ҙә тыйылды.

Фото: Башкирия Online

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: