Башҡортостанда "Ырымбур - "Өфө" пассажир поезы 15 йәшлек уҡыусыны бәрҙергән. Ҡолаҡтарына наушник кейгән егет тимер юлы буйлап барғанда поездың арттан килеүен ишетмәйенсә оло бәләгә тарыған, тип хәбәр ителә яңылыҡтарҙа.
Машинист экстрен туҡтатыуҙы ҡулланған, сигнал биргән, әммә егетте бәхетһеҙлектән аралап ҡала алмаған - ул ныҡ йәрәхәтләнгән. Зыян күреүсене ауыр хәлдә Күмертау дауаханаһының реанимация бүлегенә килтергәндәр. Табиптар уның баш һөйәгенең ныҡ зарарланғаны тураһында хәбәр итә.
"Егеттең хәле ауыр, яҡшы яҡҡа ыңғайлағаны тойолмай. Табиптар был хәлгә бәйле Мәскәү белгестәре менән телекүпер кәңәшмәһе үткәрҙе, улар ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй", - тигәндәр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ваҡиға буйынса тәфтишселәр тикшереү башлаған да инде.
Фото:rusovok.ru