26 ғинуарҙа Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов федераль, республика баҫмалары, телевидение һәм радио, электрон киң мәғлүмәт саралары журналистары, блогерҙар менән осрашып, уҙған йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә ҡуйылған бурыстар менән уртаҡлашты.
"Дөйөм алғанда, юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле хәлдең ҡырҡа киҫкенләшеүенә юл ҡуймауға һәм ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса теркәлгән аварияларҙың, шул иҫәптән иҫерек килеш ҡылынғандарҙың иҫәбен кәметеү буйынса үҫеш йүнәлешен һаҡлап ҡалыуға өлгәштек.
2022 йылда авариялар буйынса төп күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә: юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 11,0 процент, һәләк булғандар – 15,0 процент, йәрәхәтләнгәндәр – 11,1 процент.
Былтыр өс меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 409 кеше һәләк булды, шул иҫәптән 14 бала, дүрт меңдән ашыуы төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәт алды", – тине Владимир Севастьянов.
Мәғлүм булыуынса, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында бишенсе урында тора. Былтыр төбәк аша үткән федераль юлдар хәүефһеҙерәк булған. Ошо йүнәлештә эшләгән ведомстволарҙың берлектәге тырышлығы һәм Башҡортостан Башлығының ярҙамы һөҙөмтәһендә юлдарҙа һәләк булғандар һаны 48 проценттан ашыуға кәмегән. Шул уҡ ваҡытта республика юлдарында һәләк булғандарҙың дөйөм һанының 54 проценты төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа теркәлгән.
Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында иң күп һәләк булыу осрағы – 20 кеше, Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә – 13, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы – 12.
Нефтекама, Благовар, Ҡариҙел, Саҡмағош райондарында авариялар һаны артҡан.
Юлдарҙағы һәләкәттәр буйынса тулы мәғлүмәтте “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Автор фотоһы.