Бөгөн төшкә ҡарай Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйына Баш идаралығына Дүртөйлө районының Исмаил ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Шул иҫәптән ауылдың ирекле янғын командаһы ла сыға.
Урында ҡотҡарыусылар ике ҡатлы күп фатирлы йортта урынлашҡан фатирҙарҙың береһе яныуын асыҡлай. Ут 15 квадрат метр майҙанда йорт мөлкәтен юҡҡа сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергәс, ҡотҡарыусылар ике кешенең кәүҙәһен таба. Улар 1962 йылғы ир һәм 1963 йылғы ҡатын-ҡыҙ булып сыға.
Янғын һүндереүселәр утты 20 минут эсендә һүндерә. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Улар янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.