Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ғинуар 2023, 21:45

"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...

Иғтибар: ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыға!

"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...
"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында булған аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Республиканың ЮХХДИ идаралығы уның сәбәптәрен асыҡлай.

Мәғлүм булыуынса, 26 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙарҙа Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 16-сы километрында Силәбе өлкәһе кешеһе идаралығындағы “Лада Ларгус” автомобиле баш ҡалаға табан хәрәкәт иткәндә ошо уҡ йүнәлештә барған һәм һулға борола башлаған “Скания” йөк автомобиленә һуғыла. Унан һуң “Лада Лургус” ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Рено Дастер” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә “Лада Ларгус” автомобиленең водителе алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Бәрелеш шул тиклем көслө була - "Лада Ларгус" селпәрәмә килә.

"Автомобилгә идара иткәндә арауыҡты күҙәтеү бик мөһим роль уйнай. Уны ҡалала ла, ҡала ситендәге юлдарҙа ла күҙәтергә кәрәк. Арауыҡты һаҡлау водителдең туранан-тура яуаплылығы булып тора, был ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итеп өлгөрөргә ваҡыт бирә. Аварияларҙың күбеһендә алда килгән транспортҡа арттан хәрәкәт иткән машина барып инә, был осраҡта арттағы автомобилдең водителе ғәйепле тип таныла. Аңлатма ябай – арауыҡты һаҡларға һәм үтә һаҡ булырға кәрәк", – тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йома һәм ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, федераль һәм төбәк, муниципаль юлдарҙа рейдтар ойоштора. Был сара юлдарҙа аварияларҙы кәметеү, эскән кешеләрҙе аулау, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында уҙғарыла.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: ЮХХДИ.

"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...
"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...
"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...
"Лада Ларгус" селпәрәмә килгән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: