Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Ғинуар 2023, 14:00

Өфө үҙәгендә ҡурҡыныс авария

Бер кеше тәҙрәнән сығып оса яҙҙы...

Өфө үҙәгендә ҡурҡыныс авария
Өфө үҙәгендә ҡурҡыныс авария

Бөгөн төшкә ҡарай баш ҡала үҙәгендә автобустар ҡатнашлығында авария теркәлә. Бер автобус икенсеһенә килеп төкөлә, ә уныһы Цюрупа урамындағы йортҡа барып бәрелә. Асыҡланыуынса, был 86-сы йорт төбәк кимәлендә архитектура һәм тарих мираҫ һәйкәле булараҡ танылған Якушевтар йорто булып сыҡҡан. Әле был бинала республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ урынлашҡан.

Аварияға килгәндә, бында шәхси ташыусының "Лотос" менән “Башавтотранс”тың "Нефаз" автобустары бәрелешә. Күҙәтеү камераларынан күренеүенсә, шәхси ташыусы автобусы светофорҙың ҡыҙыл төҫө яныуына ҡарамаҫтан хәрәкәтен дауам итә һәм Цюрупа урамына борала. Ә артынан тураға килгән “Башавтотранс” автобусы уны күреп ҡалып бәрелешеүҙән китергә уйлай, әммә өлгөрә алмай.

“Тәфтиш эштәре бөтөп, автобустар киткәс, бинаға килтерелгән зыянды баһалаясаҡбыҙ. Яҡынса ҡарап сығыу шуны күрһәтте: нигеҙенә зыян килмәгән, ә бына биҙәү өлөштәре ватылған. Тергеҙәсәкбеҙ, бының өсөн ғилми-проект документтарын эшләү, экспертиза үткәреү кәрәк. Моғайын, быны аварияла ғәйепле кеше түләргә тейештер”, – тигән был турала учреждениеның етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин.

Аварияла кешеләр ҙә зыян күргән. Видеояҙмала күренеүенсә, автобус бинаға килеп бәрелгәс, уның тәҙрәләре ҡойола һәм унан бер пассажир килеп сыға. Бәхеткә күрә, яртылаш килеп сыҡҡан кеше ергә ҡоламай, кире инеп китеп өлгөрә. Шулай уҡ бер нисә кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, өс кешегә ярҙам талап ителгән.

Урынға шунда уҡ бөтә ашығыс хеҙмәттәр килде. Прокуратура тикшереү ойошторҙо.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: