Бөгөн төндә, 01.48 сәғәттә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфө ҡалаһының Запатоцкий урамында ике ҡатлы дүрт фатирлы йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.
Ҡотҡарыусылар килгәндә, 15х20 метр ҙурлығындағы йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Йорттан 18 кешене эвакуациялайҙар, шулай уҡ күрше йорттарҙан да.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай янғындар көн дә булып тора, уларҙа кешеләр һәләк була йә бер нимәһеҙ урамда тороп ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йыл башынан һәләк булыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға артҡан. Мәҫәлән, быйыл 30 ғинуарға ҡарата республикала 484 янғын теркәлгән, ә былтыр ошо мәлгә 445 осраҡ булған. Янғын эҙемтәләре тағы ла аяныслыраҡ – 35 кеше һәләк булған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күп, йәғни 2022 йылда 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, 27 кеше йәрәхәттәр алған.
Әлбиттә, был күрһәткестәр ҙур борсолоу тыуҙыра. Уйланығыҙ, һәләк булғандар бит кемдеңдер яҡыны, туғаны, дуҫы булған, күпме бала ата-әсәһен, яҡынын юғалтҡан...
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙы ут менән һаҡ булырға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын, мейесте ҡулланмаҫҡа, балаларҙы һәм яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, "101" һәм "112" телефондары аша шылтыратып, ярҙам саҡырығыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ут битарафлыҡты ғәфү итмәй.
Фото: @mchsrb