Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2023, 09:00

"Ҡайҙа бараһың?! Янып үләһең!"

Янғын һүндереүсе ут эсенә ташланған ирҙең артынан шулай тип ҡысҡыра...

"Ҡайҙа бараһың?! Янып үләһең!"
"Ҡайҙа бараһың?! Янып үләһең!"

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәтуллин үҙенең сәхифәһендә видеояҙма өлгөһө һалып, нисек эшләргә ярамағанын күрһәткән. Видеояҙмала янғын һүндереүсе ут ялмаған бинаға ташланған ирҙе саҡҡа туҡтатып, кире сығырға мәжбүр итә. 

"Ҡәҙерле Әбйәлил районы халҡы һәм беҙҙең ҡунаҡтар! Был видео өлгө. Уны ҡарап, һеҙ фәһем алырға тейешһегеҙ. Бына улай эшләргә ярамай!

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Ә өйөгөҙҙә янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы урынлаштырығыҙ!" - тигән Рәмил Ғиниәтуллин.

Фото: https://vk.com/id636684347

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: