Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2023, 10:00

Үҙе бәләкәй булһа ла, файҙаһы ҙур

Янғын иҫкәртеү ҡорамалы бушлай ҙа бирелә.

48.mchs.gov.ru48.mchs.gov.ru
Фото:48.mchs.gov.ru

Һыуыҡтар башланыу менән республикала торлаҡ йорттарҙағы янғын осраҡтары ла арта. Үҙеңде һәм ғаиләңде бәхетһеҙлектән аралау өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм йорт эсенә бәләкәй генә, әммә иҫ киткес файҙалы ҡорамал – янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ҡуйырға кәрәк.

Ни өсөн ҡышҡыһын янғындар арта?

 

Бының сәбәбе – һыуыҡ көндәр урынлашыу менән кешеләр йылытыу ҡора­мал­дарын йышыраҡ ҡул­лана башлай. 10, ә кем­дәлер 30 йыл элек ҡуйыл­ған электр үткәргес көсөр­гәнеште күтәрә алмай, һөҙөмтәлә изоляцияла өҙөклөктәр һәм ҡыҫҡа тоташыу барлыҡҡа килә. Шуға күрә ҡыш етмәҫ борон электр үткәргестәрҙең, розеткаларҙың, һүндергестәрҙең торошон тикшерегеҙ, келәттәрҙе ҡарарға ла онотмағыҙ. Әгәр фатирҙа даими рәүештә электр уты һүнә башлаһа, тимәк, ҡайҙалыр проблема бар, шуға күрә шунда уҡ идарасы компанияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Ә инде мейес менән йылытылған өй хужаларына ҡышҡа әҙерлек эшен йәйгеһен үк башларға кәрәк: төтөн юлын ҡоромдан таҙартыу, кәрәк булһа, төтөн сыҡҡан торбаны яңыртып һылау, мейестең торошон тикшереү, ағартыу зарур. Ағартыу матурлыҡ өсөн генә кәрәк эш түгел, әгәр төтөн сыҡһа, аҡ ерлектә ҡара эҙ шунда уҡ күренәсәк. Яғылған мейесте бер ваҡытта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм был эште балаларға ҡушмағыҙ. Балалар менән даими рәүештә “янғын осрағы”н уйнап ҡарағыҙ. Ут сыға ҡалһа, улар үҙҙәрен нисек тоторға, ҡайҙа шылтыратырға икәнен белергә тейеш. Сетерекле хәлдә юғалып ҡалмаҫ өсөн берәй күренеп торған урынға янғын хеҙмәтенең телефоны, йорт адресы яҙылған ҡағыҙ битен элеп ҡуйығыҙ. 

 

Тауышын күршеләр ҙә ишетеүе ихтимал

 

Бәхетһеҙ осраҡтан янғын иҫкәрткестәр аралай ала. Махсус датчик, төтөндө һиҙеү менән көслө тауыш сығарып, хәүеф хаҡында хәбәр итә. Уны хужалар ғына түгел, күршеләр ҙә ишетә ала. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, автономлы янғын һүндергестәрҙе ҡулланып, кешеләр араһындағы ҡорбандар һанын – 70 процентҡа, матди зыянды 30 процентҡа кәметергә мөмкин, йәғни кешеләр бәлә хаҡында ваҡытында белеп, ҙур янғын сығыуға юл ҡуймай.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала һуңғы биш йыл эсендә янғын иҫкәртеү ҡулайламалары арҡаһында 747 кешенең, шул иҫәптән 280 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Әйткәндәй, республикабыҙ – ил буйынса ошондай ҡорамалды бушлай таратҡан берҙән-бер төбәк. Программа ғәмәлгә ашырылған биш йыл дауамында Өфөлә генә 300 меңдән ашыу янғын иҫкәрткес ҡуйылған.

 

Кемдәр бушлай алыуға хоҡуҡлы?

 

* 55 йәштән оло яңғыҙ йәшәгән кешеләр.

* Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары.

* Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙең ғаилә ағзалары.

* Бәлиғ булмаған йәштә концлагерға эләккән тотҡондар.

* “Һуғыш осоро балалары”, йәғни 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем арауыҡта тыуғандар.

* Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары.

* Ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләр.

* Социаль йәһәттән хәүефле хәлдәге ғаиләләр.

* Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр.

* Балаһы тыуған ғаиләләр (2019 йылдан янғын иҫкәрткесте сабыйға тәғәйен бүләк йыйылмаһына ҡушып бирәләр). 

Был ҡорамалды алыу өсөн Янғын иҫкәртеү үҙәгенә 8 (347) 272-00-24 телефоны буйынса шылтыратып, ғариза ҡалдырырға кәрәк. Эш көндәрендә 9.00 –18.00 сәғәт арауығында йәки centrppu@ppsrb.ru электрон почтаһына мөрәжәғәт итергә.

Үкенескә ҡаршы, янғын иҫкәртеү ҡулайламаһына бәйле мут­лыҡ осраҡтары ла теркәлеп тора. Үҙен янғынға ҡаршы хеҙмәт бел­гесе тип танытып, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға 10-ар мең һум­ға ҡорамал һатып китеүселәр бар. Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә тө­шөрәбеҙ: 55 йәштән оло яңғыҙаҡтарға янғын иҫкәрткес бушлай би­релә. Шулай уҡ уны электр тауарҙары магазинынан һатып алыр­ға мөмкин. Хаҡы 300 һумдан бер мең һумға тиклем арауыҡта тирбәлә.

 

Батарейканы ҡасан алмаштырырға?

 

Автономлы янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы батарейка ярҙа­мында үҙаллы эшләүе менән уңайлы. Ҡорамал түбәгә ике шө­рөп ярҙамында беркетелә. Әгәр йорттағы түшәмдәр тарттырылып эшләнгән булһа, стенаның өҫкө өлөшөнә ҡуйыла. Иҫкәрткесте электр ҡорамалдары күберәк урынға, мәҫәлән, аш-һыу бүлмәһенә ҡуйыу яҡшыраҡ, әммә плитәнән алыҫтараҡ булһын, сөнки сәйнүктән сыҡҡан парҙы төтөн тип ҡабул итеүе бар. 

Батареяның заряды бер йылға, йыл ярымға етә, ошо ваҡыт үтһә, мотлаҡ алмаштырырға кәрәк. Бының өсөн ҡорамалды сәғәт йөрөшө буйынса өйрөлтөргә, артҡы ҡапҡасын асырға, батарейканы алмаштырырға һәм сәғәт йөрөшөнә ҡаршы өйрөлтөп, кире урынына ҡуйырға кәрәк. Әгәр иҫкәрткес төҙөк булһа, унда ҡыҙыл төҫтәге индикатор емелдәй.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас