Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2023, 17:45

Ҡурҡыныс сирҙәргә юл ҡуйылманы

Был сирҙе йоҡторған мал һәләк була, ошо хәл ҙур иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә.

Ҡурҡыныс сирҙәргә юл ҡуйылманыҠурҡыныс сирҙәргә юл ҡуйылманы
Ҡурҡыныс сирҙәргә юл ҡуйылманы

Башҡортостанда эпизоотик хәл ниндәй кимәлдә? Был һорауға яуапты бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин бирҙе.

Уның белдереүенсә, былтыр Башҡортостанда ҡоштар киҙеүе осрағы теркәлмәгән, бер сусҡаларҙың африка тағуны усағы асыҡланған. Был сирҙәр малсылыҡ өсөн бик хәүефле, сөнки уны йоҡторған мал һәләк була, хәл ҙур иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә.

Республикала ҙур сусҡасылыҡ предприятиелары ете районда урынлашҡан (уларҙа сусҡаның 97 проценты аҫрала), был предприятиеларҙа барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын күрергә кәрәк. Ошо комплекстар тирәләй 30 километрлыҡ буфер зоналары булдырылған – унда ҡыр сусҡалары булырға тейеш түгел. Аҙ һаҡланған предприятиеларҙың профилен үҙгәртеү яҡшыраҡ һәм сусҡа урынына башҡа мал үрсетергә кәңәш ителә, шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа ла был хайуанды аҫрамау ыңғай һөҙөмтәгә килтерәсәк. Республикала был сирҙең бер генә усағы теркәлһә лә, күрше төбәктәрҙә, 100 километр алыҫлыҡта улар байтаҡ. Шуға күрә даими рәүештә хәүефһеҙлек сараларын күҙ уңында тотор кәрәк.

2021 йылда Башҡортостанда биш ҡош киҙеүе сире усағы теркәлгән. Улар Туймазы һәм Благовар райондарында, шул иҫәптән ҙур тоҡомло ҡошсолоҡ заводында булған.

"Был осраҡтарҙы бөтөрөү өсөн бик күп көс һалынды. Уларҙың барыһын да уңышлы юҡҡа сығарҙыҡ, таралыуға юл ҡуйылманы. Республиканың имен тигән статусы тергеҙелде һәм 2022 йыл дауамында һаҡланды. Быға ваҡытлы вакцинация ярҙам итте. Әммә прививка ҡоштарҙы 70 процентҡа ғына һаҡлай һәм хәүефте юҡ итеү өсөн өҫтәмә саралар күреү мөһим", – тине Азат Йыһаншин.

Фото: m24.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас