Ҡыш көнө бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн ябай ғына һаҡлыҡ саралары хаҡында белергә кәрәк. Уларҙы теүәл үтәһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә имен-аман булырһығыҙ, яҡындарығыҙ тураһында ла хәстәрлек күрерһегеҙ.
Машина аҫтына эләкмәҫ өсөн
Ямғыр, ҡар яуғанда, юлдарҙа боҙ булғанда автомобилдең тормоз юлы бер нисә тапҡырға оҙоная. Хәрәкәт иткән машина алыҫ, сығып өлгөрәм тип уйламағыҙ, уны үткәреп ебәргәс кенә хәрәкәт итегеҙ. Юлға үтә яҡын бармағыҙ, йәйәүлеләр өсөн тәғәйен урындарҙа ла унан йүгереп сыҡмағыҙ. Ғәҙәттә, машинаның тәгәрмәсе аҫтынан ваҡ таштар йәки боҙ киҫәктәре осоп сыға, ә юлдағы епшек ҡар аҫтында соҡорҙар йәшеренгән була. Һеҙҙе урап үтеү өсөн водитель рулде киҫкен рәүештә бороп, юлдан ситкә төшөп китеүе ихтимал. Тротуарҙың ситенән атларға тырышығыҙ, сөнки уның уртаһы тайғаҡҡа әйләнеүсән. Тайып йығыла ҡалһағыҙ, юл ситендәге ҡар өйөмө көслө бәрелеүҙән һаҡлаясаҡ.
Балағыҙҙың кейеме сағыу – аҡ, һары, ҡыҙыл төҫтәрҙән торһон. Күренеште ҡаплаған ҙур көләпәрәле кейемгә өҫтөнлөк бирмәгеҙ. Йөҙ һум аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ – яҡтылыҡты сағылдырған билдә һатып алып беркетегеҙ. Улар алыҫтан күренә һәм юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефен 85 процентҡа кәметә. Водителдәр яҡшы күрһен өсөн бындай элементтарҙы ерҙән 80 – 100 сантиметр өҫтәрәк ҡуйығыҙ.
Йығылып, берәй ереңде һындырмаҫ өсөн
Һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында ҡыш көнө урамдар катокка әйләнә. Ҡолап имгәнеүҙән һаҡланыу өсөн рельефлы резина табанлы, тәпәш үксәле йәки бөтөнләй үксәһеҙ аяҡ кейеменә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Аяҡ кейеме, хужалыҡ тауарҙары магазиндарында итектең үксәһенә йәки башына кейҙерә торған ҡулайламалар һатыла. Улар тайып йығылыуҙан яҡшы һаҡлай, хаҡы – 200 – 600 һум арауығында. Был әйбер бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн файҙалы, сөнки улар йыш ҡына ҡолап, ауыр тән йәрәхәттәре ала.
Боҙло юлда түбәндәгесә атларға кәңәш ителә: аяҡтарығыҙҙы яурындан саҡ ҡына киңерәк итеп ҡуйығыҙ һәм алғараҡ эйелеп, бәләкәй генә аҙымдар менән хәрәкәтләнегеҙ. Аяҡтың осона түгел, тулыһынса табанға баҫығыҙ. Ситтән ҡарағанда был хәл ҡыҙығыраҡ күренһә лә, уның ҡарауы өйөгөҙгә имен ҡайтып етерһегеҙ.
Ҡулығыҙҙы кеҫәгә тыҡмағыҙ, уларҙы самолет ҡанаты ише ян-яҡҡа һуҙып атлау хәүефһеҙерәк. Әгәр йығылып барһағыҙ, ҡулығыҙ менән тәнегеҙҙе ҡаплап, ҡырын ҡоларға тырышығыҙ. Ошолай иткәндә йәрәхәт алыу хәүефе кәмей. Әгәр алға табан, йөҙтүбән ҡолаһағыҙ, ҡулығыҙҙы бөгөлгән килеш күкрәк тәңгәленә ҡуйып өлгөрөгөҙ. Ҡулдар тура булһа, уларҙы һындырыу ихтималлығы ҙур. Әгәр артҡа табан йығылһағыҙ, терһәктәрҙе һаҡлағыҙ, ҡулдарҙы мөмкин тиклем ике яҡҡа йәйеп, өҫкәрәк күтәрегеҙ, эйәгегеҙҙе күкрәккә ҡыҫығыҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА