

Ҡыштың сатлама һыуыҡтары башланыу менән торлаҡ йорттарҙа газ хәүефһеҙлеге көнүҙәк мәсьәләләр рәтенә сыҡты. Уҙған йылдың декабрь башында, бер тәүлек эсендә тигәндәй, өс урында – Нижневартовскиҙа, Заволжьела һәм Ярославлдә газ шартлау осрағы теркәлде. Бер нисә көндән Назрандә лә шундай уҡ күңелһеҙ хәл булды. “Көнкүрештә газ шартлауға бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн күп фатирлы йорттарҙа датчиктар ҡуйырға кәрәк”, ти белгестәр. Эйе, был – һөҙөмтәле сара, әммә ҡиммәт һәм ярайһы уҡ ваҡыт талап итә. Шуға күрә башҡа төрлө хәүефһеҙлек сараларын да барлау зарур.
Газ ни өсөн шартлай?
Белгестәр фажиғәгә килтергән биш төп сәбәпте билдәләй. Уларҙың барыһы ла битарафлыҡҡа һәм “ярай, бер нимә лә булмаҫ әле” тип, бошмайынса йөрөүгә бәйле.
Беренсе киң таралған сәбәп – пропан тултырылған баллондарҙы хәүефле шарттарҙа һаҡлау. Иҫке һауыттар йылдар буйы соланда, подвалда, хатта балконда ята бирә. Һауаға таралған газға тоҡаныу өсөн бәләкәй генә осҡон да етә. Йыш ҡына кешеләр һыуыҡта ятҡан баллонды йылыға индерә. Температураның үҙгәреүе матдәнең киңәйеүенә һәм шартлауға килтерә.
Икенсе урында – ҡорамалдарҙы дөрөҫ урынлаштырмау. Эҫе торба йәки йылытыу ҡорамалдары янындағы баллондың ҡыҙыуы йәки ҡолауы ла шартлауға килтереүе ихтимал.
Өсөнсө сәбәп – магистраль газ үткәргестәге өҙөклөктәр, монтажлау мәлендә ебәрелгән хаталар – торбаларҙы ялғау урынындағы хилафлыҡтар, шлангтарҙың туҙыуы, плитәнең дөрөҫ тоташмауы. Ошонда уҡ өҫтәмә ҡорамалдарҙы законһыҙ рәүештә урынлаштырыу ҙа инә.
Дүртенсеһе – тоҡандырылған газ плитәһе өҫтөнә һыу йәки башҡа шыйыҡса түгелеүе. Ошо сәбәпле газ һүнә, әммә бүлмәгә таралыуын дауам итә. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар йыш ҡына шундай осраҡтарҙың шаһиты була: күп фатирлы йортта йәшәүселәр газ плитәһен тоҡандырып, өйөн йылыта, кейем киптерә, аш йылытырға ҡуйып, ҡайҙалыр сығып китә йәки ятып йоҡлай...
Бишенсе сәбәп – иҫке баллонды ниндәйҙер маҡсатта файҙаланырға – мангал, мейес йәки башҡа берәй нәмә эшләргә теләүселәр. Бындай һаҡсыл әҙәмдәр, үҙ хәүефһеҙлеген уйламай, баллонды ҡырҡа башлай, ә уның эсендә һәр ваҡыт ҡалдыҡ газ була – был бик ҡурҡыныс!
Именлек өсөн нимәләр хаҡында белергә кәрәк
Техник хеҙмәтләндереү, ҡорамалдарҙы урынлаштырыу, күсереп ултыртыу, үҙгәртеү менән тик белгестәр генә шөғөлләнергә тейеш! Был осраҡта гарантия ла бирелә.
Ғәҙәттә, йылына бер тапҡыр техник хеҙмәтләндереү үткәрелә, һәм был эштәрҙе башҡарыу өсөн газ хеҙмәткәрҙәрен фатирға йәки йортҡа индерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта өй һайын йөрөп, кешенән аҡса йыйған мутлашыусыларҙан да һаҡ булығыҙ! Беренсенән, газ хеҙмәткәрҙәренең тикшереүе бушлай, икенсенән, әгәр нимәлер һатып алырға, алмаштырырға кәрәкһә, был сумманы фатир өсөн түләүгә ҡушып ебәрәсәктәр.
Көнкүрештә ҡулланған газ һауанан ике тапҡыр еңелерәк, ул бүлмәнең өҫкө өлөшөндә йыйыла. Елләтеү системаһы дөрөҫ эшләһә, ул тиҙ арала урамға сығарыла. Шуға күрә плитәне тоҡандырған ваҡытта форточканы асығыҙ йәки һауа һурғысты тоҡандырығыҙ.
Ғәҙәттә, газ баллон менән йомшаҡ шланг тоташҡан урындан сыға башлай. Әгәр берәй етешһеҙлек күрһәгеҙ, шул урынды еүеш сепрәк менән ҡаплағыҙ, ә баллонды урамға сығарырға тырышығыҙ. Бик тә булмаһа, бүлмәне елләтегеҙ.
Баллонда ут сатҡыһы күрһәгеҙ, өрөп һүндереп маташмағыҙ, был шартлауға килтерәсәк! Ҡулығыҙҙы еүеш сепрәк менән урап, кранды ябырға тырышығыҙ. Быны эшләү мөмкин булмаһа, янғын хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Янған баллон һүнгәндән һуң һыуынғансы шул урында ултырһын, ҡапыл шылдырыуҙан да шартлау булыуы ихтимал.
Зәңгәр яғыулыҡ торбаларына кер элеү өсөн бау бәйләмәгеҙ, уларҙы ергә тоташыу (заземление) өсөн ҡулланмағыҙ. Газ торбаларындағы етешһеҙлекте үҙаллы төҙәтеп маташмағыҙ. Эш ҡоралы яңылыш сыйылып, осҡон сығарыуы бар.
Фатирҙа газ еҫен һиҙеү менән кранды ябығыҙ! Тәмәке тартмағыҙ, шырпы, ут, электр ҡорамалдарын тоҡандырмағыҙ (щиттан фатирға электр килеүҙе туҡтатыу тағы ла яҡшыраҡ). Ишекте, тәҙрәләрҙе асып, фатирҙы яҡшы итеп елләтегеҙ. Үҙегеҙ торлаҡтан сығып, газ еҫе бөткәнсе инмәй тороғоҙ. Янығыҙҙағы кешеләр, йән эйәләре газ менән ағыуланһа, тиҙ арала саф һауаға алып сығығыҙ. Баш өлөшөн ҡалҡыуыраҡ итеп, берәй уңайлы урынға һалығыҙ һәм “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.
Газ сығыуын һиҙгәндә нимә эшләргә?
l Биналағы бөтә тәҙрәләрҙе асығыҙ.
l Электр ҡорамалдарын тоҡандырмағыҙ. Был кеҫә телефондарына һәм лампаларға ла ҡағыла. Уларҙан осҡон сығыуы ихтимал.
l Әгәр мөмкин булһа, газ кранын ябығыҙ.
l Газ тулған бинанан кешеләрҙе сығарығыҙ.
l Күршеләрҙе иҫкәртегеҙ.
l 04 йәки 104 телефоны буйынса газ хеҙмәтен саҡыртығыҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА