Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2023, 13:00

Ашыҡҡан ашҡа бешкән...

Төп күрһәткестәр кәмегән, әммә тынысланырға иртә әле.

Аварияларҙың ҡабатланыуы, юлдарҙа ғәйепһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуы арабыҙҙағы ҡайһы бер водителдәрҙең, йәйәүлеләрҙең ошо ғибрәтле ваҡиғаларҙан һабаҡ алмауы тураһында һөйләй. Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре лә уйға һалырлыҡ: былтыр республикала 13 меңдән ашыу водитель эскән килеш рулгә ултырған йәки медицина тикшеренеүе үтеүҙән баш тартҡан, 16 меңдән ашыу автомобиль тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, йәнә 17 меңдән ашыу йәйәүленең ҡағиҙәләрҙе боҙоуы теркәлгән.

 

Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ

 

– Дөйөм алғанда, юл-транспорт ваҡиға­ларына бәйле хәлдең ҡырҡа киҫкенләшеүенә юл ҡуймауға һәм ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса теркәлгән аварияларҙың, шул иҫәптән иҫерек килеш ҡылынған­дарҙың иҫәбен кәметеүгә өлгәштек.

2022 йылда авариялар буйынса төп күр­һәткестәрҙең кәмеүе күҙә­те­лә: юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 11 процент, һәләк булғандар – 15 процент, йәрәхәтләнгәндәр – 11,1 процент.

Былтыр өс меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 409 кеше һәләк булды, шул иҫәптән 14 бала, дүрт меңдән ашыуы төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәт алды, – тине Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов йылды йомғаҡлау кәңәшмәһендә.

Мәғлүм булыуынса, юл-транспорт ваҡиға­лары һаны буйынса республика Рәсәй         субъекттары араһында етенсе урында тора, ә һәләк булғандар иҫәбе буйынса  – бишенсе, йәғни Башҡортостан юлдарында бөтәһе 3441 авария теркәлгән. Транспорт сарала­рының бәрелешеүе (1554 осраҡ, йәғни 45,2 процент) һәм йәйәүлеләрҙе төкөтөү (1013 осраҡ) кеүек осраҡтар юл-транспорт ваҡиға­ла­рының төп сәбәптәре булып тора. Шулай уҡ юл киҫелештәрендә ҡағиҙә боҙоу (536 авария йәки 15,6 процент), арауыҡты дөрөҫ һаҡламау (349), йәйәүлеләр үткәүелдәрендә ҡағиҙәне боҙоу (290), ҡаршы һыҙатҡа сығыу (169).

Былтыр төбәк аша үткән федераль юлдар хәүефһеҙерәк булған. Ошо йүнәлештә эшләгән ведом­стволарҙың берлектәге тырыш­лығы һәм Башҡортостан Башлы­ғының ярҙамы һөҙөмтәһендә юлдарҙа һәләк булғандар һаны 48 проценттан ашыуға кәмегән. Шул уҡ ваҡытта республика юлдарында һәләк булғандарҙың дөйөм һаны­ның 54 проценты төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа теркәлгән.

Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында иң күп һәләк булыу осрағы – 20 кеше, Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә – 13, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы – 12. Нефтекама, Благовар, Ҡариҙел, Саҡмағош райондарында авариялар һаны артҡан.

Хаталарҙан һабаҡ алайыҡ

 

Балаларҙың юл хәрәкәтендә йәрәхәт­ләнеүен иҫкәртеү эше айырым иғтибар талап итә. Һуңғы йылда төп күрһәткестәр кәмегән, йәғни былтыр республикала 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 453 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 16 бала һәләк булған, 494-е йәрәхәттәр алған.

Былтыр ЮХХДИ инспекцияһы бүлексә­ләре юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге өлкәһендә 5, 7 миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса эш ҡуҙғатҡан, шул иҫәптән 5, 1 миллиондан ашыуы авто­матик тәртиптә эшләгән фото­теркәү техник саралары ярҙамында асыҡланған, ә 87334-е юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осрағын тәшкил иткән.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: водител­дәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙә­ләрен боҙоуы уларҙың матди хә­ленә лә йоғонто яһай. Мәҫәлән, был­тыр республикала бөтәһе 3 миллиард 725 миллион һум штраф һалынһа, уның 2 миллиард 361 мил­лион һумы түләнгән, шул иҫәптән 1 миллиард 294 миллион һумы 50 процент ташламаны файҙаланып (алдан түләгән осраҡта).

Ҡайһы бер осраҡта урамдарҙың, юлдарҙың торошо насар булыуына бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Мәҫәлән, былтыр ошо арҡала 1359 авария (39,5 процент) булған, уларҙа 168 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 1719-ы йәрәхәтләнгән.

Йәмәғәт транспорты ҡатнаш­лығындағы юл-транспорт ваҡиға­лары йыш булып тора. Мәҫәлән, улар ҡатнашлығында 160 осраҡ теркәлгән, 18 кеше һәләк булған, 256-һы йәрәхәт алған.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә, күңелһеҙ осраҡтар бул­маҫ ине. Шуға ла ҡабаланмайыҡ, “ашыҡҡан ашҡа бешкән” тип ололар юҡҡа ғына әйтмәгән бит.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас